Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
27 Июль 2023, 18:20

Афарин, Иршат!

Иршат Дауытов мәктәптә өйрәнгән бөтә телдәрҙе лә һыу ке­үек эсә.

Афарин, Иршат!
Афарин, Иршат!

Иршат Дауытов быйыл Нияз Мәжитов исемендәге  Красноусол башҡорт гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә тамамланы. БДИ һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районында иң юғары балл йыйған алты уҡыусының береһе ул. Физиканан - 95, математиканан 90 балл йыйған. Иршат ун бер йыл буйы гимназияның ғына түгел, райондың ғорурлығы булды. Ул шәп ҡурайсы ла, республика конкурстарында гран-при яулаған. Ә инде үксәһенән ут сәсрәтеп бейей башлаһа, ысын артист тип торорһоң. Иршат 

мәктәптә өйрәнгән бөтә телдәрҙе лә һыу ке­үек эсә. Ғафури егете Мәскәүҙәге иң абруйлы уҡыу йортона документтарын тапшырған. Малаҙис, Иршат! Уңыштар һиңә!

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: