Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
30 Август 2023, 09:11

Шаршау артындағы монолог

Әйткәндәй, бөгөн ҡурайсы Юлай ҠАСИМОВтың тыуған көнө. Ғүмер байрамы менән ҡотлап, Юлайға бәхет, ғаилә именлеге, уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Шаршау артындағы монолог
Шаршау артындағы монолог

Концерт тамамланды. Шаршау ябылды. Ә шығырым тулы Конгрес-холл залы аяҡ үрә баҫып, алҡышлауҙы дауам итә. Юлай ҠАСИМОВ тәүге концертында тағы бер ҡабат үҙенең һәләтен, оҫта ҡурайсы икәнен иҫбатланы. Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы серен үҙе белеп кенә ҡалмай, ул ҡурай моңон, уйнау оҫталығын башҡаларға еткереүҙе лә маҡсаты итеп ҡуйған. Һәм, әйтергә кәрәк, юлында бик ныҡышмалы бара.

Юлай Ринат улын күптәр йәш һәм талантлы ҡурайсы тип белә. Ә шаршау артында ул ниндәйерәк кеше? Ниндәй фекерҙәр, ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Йәш егеттең тормошҡа ҡарашын, уйҙарын белеү бик ҡыҙыҡлы булды.

 

Белешмә:

Тыуған йылы һәм ере: 1997 йыл. Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылы.

Белеме: Өфө сәнғәт училищеһын, З. Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.

Эшләгән урыны: “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, 162-се полилингваль мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, “Саптар” ҡурай мәктәбе етәксеһе.

Ғаилә хәле: Өйләнгән.  

 

Ҡурай

Йылайыр ере электән көслө, билдәле ҡурайсылары менән дан тотҡан.  Улар тураһында белеп-ишетеп йөрөп, ҡурай түңәрәгенә барҙым да инде. Ҡурай булмаһа, башҡа бер ниндәй ҡоралды ҡулыма ла алмаҫ инем. Алтынсы класта уйнай башлағандан бирле уйымда тик ҡурай.

Беләһегеҙме икән, ҡурайсы кодексы бар. Унда “Һәр саҡ ҡурайҙы пропагандаларға, үҙеңдең юлыңдан тайпылмаҫҡа, ата-әсәнең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә” тигән юлдар яҙылған. Мин шул кодексты боҙмаҫҡа тырышам. Сит ерҙәрҙә йөрөгәндә, ҡурайсыға ҡарап, ундағы кеше тотош халҡыбыҙ хаҡында фекер йөрөтә, шуға күрә үҙеңде яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә кәрәк. Был беренсенән. Икенсенән, бөгөн йәш быуынды ҡурай уйнарға өйрәтеү – ҙур эш. Профессиональ ҡурай класына нигеҙ һалған мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов: “Әгәр һин ҡурайҙа уйнай беләһең икән, башҡаларҙы ла өйрәт”, — тигән. Ысынлап та, ҡурай серҙәренә төшөндөрөү — ул рухи мираҫты һаҡлау, уны йәш быуынға тапшырыу.

 

Талант

Күптәр, был егеттең таланты бар, тимәк, уға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, ҡурайҙа уйнай ҙа йөрөй, тип кенә уйлай. Улай түгел. Һәр кеше, маҡсаты ниндәй булмаһын, уға тырышлығы менән генә ирешә ала. Талантың булып та көс һалмайһың икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. 100 процент уңыштың 99 проценты — тир түгеү, 1 проценты ғына талант, тип дөрөҫ әйткәндәр. Иң мөһиме — үҙ өҫтөңдә эшләү. 

 

Карьера

Ир-егет өсөн үҙенең өлкәһендә уңышҡа ирешеү — мотлаҡ. Миңә был фекерҙе атайым, әсәйем, уҡытыусыларым еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта һәр кемгә карьераһын үҫтерергә кәрәк, тип бөтәһен бер ҡалыпҡа һалмайым. Был фекерҙе үҙемә генә ҡағиҙә итеп алдым. Сөнки карьераңды матур итеп үҫтерһәң, яҡындарыңды ла ҡарай алаһың. Ғаилә ҡорорға ҡыйыулығың еткәс, уны лайыҡлы бағыр өсөн аҡса табырға ла тейешһең. Ә яҡшы карьера – кеҫәң буш булмауҙың гарантияһы. Тик бер карьера ғына арыу тормош вәғәҙә итә тип әйтеп булмай. Бәхетле булыу өсөн, ғүмерҙең бөтә өлкәһе лә бер тигеҙ барырға тейеш: эшең дә, һаулығың да, ялың да шәптән булһын.

 

Аҡса

Һис шикһеҙ бәхет аҡсала ғына түгел. Әммә аҡса булырға тейеш. Әлбиттә, һаулығыңды, ғаиләңде, ваҡытыңды онотоп, аҡса эшләп кенә йөрөргә кәрәкмәй. Тик үҙеңә, яҡындарыңа уңайлы тормош шарттары булдырыр өсөн кеҫәң буш булмауы мотлаҡ.

 

Мөхәббәт. Ғаилә

Мөхәббәт бар, әлбиттә. Хәләл ефетем Наҙгөл менән мөнәсәбәттәрем быны дәлилләй. Мин дә уны, ул да мине ярата. Мөхәббәттән тыш, әлбиттә, ике кеше араһында ихтирам булыуы мотлаҡ. Тағы ла бер-береңә ярҙам итеү ҙә кәрәк. Ғаилә тормошонда ғына түгел, ә ғүмерҙең һәр өлкәһендә лә яратҡаның яныңда тороп, терәк-таяныс булырға тейеш. Шунда ғына мөхәббәт икеләтә, өсләтә арта, хистәр эштәр менән нығына.

Минеңсә, татыу ғаиләнең сере — мөхәббәттә һәм бер-берегеҙҙе хөрмәт итеүҙә. Ә иң мөһиме — йәреңде ишетә белеүҙә. Ҡыйынлыҡтар, ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, үсегер урынға ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә кәрәк. Үпкәләүҙәр, әлбиттә, була инде. Әммә уны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай: ултыраһығыҙ, һөйләшәһегеҙ, аңлашаһығыҙ.

 

Кеше сифаттары

Алдау. Үҙ һүҙеңдә тормау. Был сифаттарҙы күптәр яратмайҙыр. Тағы ла күңелгә ятмаған бер сифат — үҙ телеңде һәм үҙ ереңде яратмау. Ундай кешеләрҙе осратҡаным бар. “Нимәгә ул миңә ул телдә һөйләшергә? Миңә кәрәкмәй!”— тип әйтәләр. Нисек һин ошо ерҙә тыуып, ошо милләттең вәкиле булып, үҙ телеңде яратмайһың? Тимәк, дөрөҫ тәрбиә бирелмәгән. Тимәк, ваҡытында был төшөнсәләрҙе аңлатып еткермәгәндәр.

Кешеләрҙә оҡшаған сифаттар тураһында һүҙ йөрөткәндә, күҙ алдыма дуҫтарым килә. Улар бөтәһе лә үҙ һүҙҙәрендә тора белгән кешеләр. Барыһы ла рухлы, милләтен дә, телен дә ярата, республика киләсәге өсөн ниҙер эшләргә тырыша. Дуҫтарым төрлө-төрлө өлкәнән, араларында минән күпкә өлкәндәр ҙә, йәшерәктәр ҙә, йәштәштәр ҙә бар. Әммә ошо сифаттар уларҙы берләштерә. Тәү сиратта шуның өсөн барыһын да хөрмәт итәм.  

 

Башҡортлоҡ

Нимә ул минең өсөн башҡорт булыу? Бер нисә әйберҙе атап китер инем. Был беҙгә генә түгел, ә бөтә халыҡтарға ла ҡағыла. Милләтте һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ икән, тимәк, үҙебеҙҙең телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, спортыбыҙҙы мотлаҡ белергә тейешбеҙ. Белеү генә түгел, ә киләһе быуынға ла тапшырырға бурыслыбыҙ. Ошолар, минеңсә, башҡорт булыуҙы аңлата.

Һуңғы арала “ысын” башҡорт тигән нәмә килеп сыҡты. Былай тип әйтеү миңә оҡшамай. Шулай тип милләттәштәребеҙҙе үҙебеҙ бүләбеҙ түгелме? Әгәр ысын башҡорт тип берәүгә әйтһәк, ысын булмаған башҡорт та буламы? Улай дөрөҫ түгел бит. Бәлки, киләсәктә республикабыҙҙы берәй һынау көтәлер, кем белә? Киреһенсә, берләшергә, татыу булырға кәрәк.

 

Тел

Әгәр һаҡлау буйынса ниндәйҙер эштәр алып барылмаһа, теләһә ниндәй тел юғалыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуйыла. Әммә был афәт беҙҙең милләткә ҡағылмай, сөнки башҡорт телендә төрлө проекттар, уҡыу программалары һәм башҡа эштәр алып барыла. Шуға ла телебеҙ бөтөр тип әйтеп булмай. Уның киләсәге бар. Әммә беҙгә тағы ла күберәк башҡорт балалар баҡсаһы, күберәк башҡорт мәктәптәре булдырырға кәрәк. Башҡорт булараҡ минең шундай ихлас теләгем бар.

 

Ҡәнәғәтлек

“Тормошом менән тулыһынса ҡәнәғәтмен”, — тип бер ваҡытта ла әйтеп булмайҙыр. Сөнки ниндәй генә уңыштарға өлгәшһәң дә, яңы-яңы юлдар асылып тора. Һәр ваҡыт үҫешергә урын бар. Бәлки, был донъялағы көндәрең бөткәнсе шул ҡәнәғәтлек артынан ҡыуаһыңдыр?..

 

Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: