Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.
Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия һөнәре» буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1997—2000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 2003—2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡыған.
1996 йылда Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
2001—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.
2003—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының декан урынбаҫары.
2008—2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары.
2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.
2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире.
2010—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе[1].
2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы[2].
Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы.
Фото: ирекле сығанаҡ.