— Айһылыу Юныс ҡыҙы, белеүемсә, һеҙ тыуған ауылығыҙҙан китмәгәнһегеҙ...
— Эйе, Ишембай районы Сәлих ауылында тыуып үҫкәнмен, шунда йәшәйем, эшләйем. Тыуған яғымды ныҡ яратам. Ситкә бер аҙ китеп торһам, һағынып ҡайтам. Ауылымдың халҡы ла минең өсөн яҡын. Аҡыллы, уңған кешеләр йәшәй беҙҙә.
— Бәләкәй Айһылыу ниндәй ине? Нимә тураһында хыяллана ине?
— Бала саҡтағы хыял – космонавт булыу. Тимәк, мин көслө, бейеклектән ҡурҡмаҫҡа тейеш, тип уйлай торғайным. Үҙем менән төрлө эксперименттар үткәрҙем: һарай, кәртә, ағас баштарынан һикерә, баш түбән тора торғайным. Әтейем комбайны менән ҡайтып төшһә, ул минең өсөн йыһан карабы тип хис итә һәм уның эсендә уйнайым. Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан фантастика, хатта астрономиянан фәнни-популяр китаптар уҡыным. Армияға барырға, осоусы булырға кәрәк, улар ғына космонавт була ала, тип уйлай инем. Ләкин был хыялдан төңөлдөрҙөләр.
— Ата-әсәйегеҙ ниндәй тәрбиә бирҙе?
— Атайҙан күргән — уҡ юнған, әсәйҙән күргән — тун бескән, тигәндәй. Әнейем Алтынбикә Зәйнәғәле ҡыҙы сабыр холоҡло, йыуаш ҡына ине. Тырышып йәшәне, колхоз эштәрендә ҡатнашты, шунан хаҡлы ялға сыҡты. Урам тулы ҡош-ҡорт, һыйыр, һарыҡ та аҫраны. Өйрәк, ҡаҙ тота, яҙын йомортҡаларын йә бәпкәләрен һатып аҡса ла эшләй ине. Ауылда йәшәгәс, был тормош дәресен бала саҡтан күреп үҫтем. Шуға мин дә тормошҡа сыҡҡас, матур ғына донъя көтөп алып киттем. Әтейем яҙҙан алып көҙгә тиклем колхоз эштәренән бушаманы. Алдынғы механизатор ине. “Почет билдәһе”, “Ҡыҙыл байраҡ” ордендары, миҙалдар, маҡтаулы грамоталар менән бүләкләнгән, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны булды. Ул мине шашка уйнарға өйрәтте. Хәҙер мин үҙемдең уҡыусыларыма өйрәтәм. Улар республика, район-ҡала кимәлендә үткән турнирҙарҙан байтаҡ ҡына еңеүҙәр менән ҡайтты.
— Космонавт булырға хыялланған ҡыҙ нисек сәнғәт техникумына уҡырға инде?
— Һәр ваҡыт йырларға яраттым. Үҙебеҙҙең урамда йәшәгән олораҡ апайҙар: “Айһылыу, йырла әле, кәнфит бирәбеҙ”, – тип әүрәтер булғандар. Мин инәлтеп тормай ғына “Өфө йүкәләре”н, “Оло юлдың туҙаны”н йырлағанмын. Ә сәхнә булып ултырғыс хеҙмәт иткән. Ҡыҙыҡ, ҡасан, нисек отоп алғанмын ул йырҙарҙы? Беләмме, белмәйемме, оҙон көйҙәрҙе лә һуҙып йырлап йөрөгәнмен.
Унынсы класта уҡығанымда башыма көйҙәр килә башланы. Нотаны белмәйем, яҙҙырырға магнитофон юҡ. Онотмаҫ өсөн ҡабат-ҡабат йырлайым. Һуңғараҡ, онотолдо тигәндә, Дмитрий Маликов башҡарыуында таныш көйҙәрҙе ишеттем дә шаҡ ҡаттым. Был нимә ул? Мөғжизә!
Йыр сәнғәтенә һөйөү Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килде. Дирижер-хор бүлегенә уҡырға индем. Диплом алғас, мәктәпкә музыка, рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырҙылар. Унан тыш, китапханасы һәм пионервожатый булып эшләргә тура килде. Китапхана эшен ныҡлап яйға һалып алдым. Йыл да тиерлек район-ҡала семинарҙары үткәрергә тура килде. Бер йыл пионервожатый слетын үткәрһәм, икенсе йыл — китапханасылар семинары. Шунан тағы әйләнеп килә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Ә мәктәптә һәр сара минең ярҙамда үтте. Улар һанап бөткөһөҙ. Йәш саҡ, һаулыҡ, дәрт етәрлек. Барыһына ла өлгөрөргә тырыштым. Мәктәп директоры Альмира Жәүүәт ҡыҙы: “Һиңә юғары белем кәрәк”, – тип, уҡырға өгөтләне. Шулай Стәрлетамаҡ педагогия академияһына башланғыс белем алыу факультетына уҡырға индем. Берҙән, балалар менән эшләргә яратам, икенсенән, уҡытыусы – ауылда иң яҡшы һөнәрҙәрҙең береһе. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡаланы үҙһенмәйем. Шуға ла уҡытыусыма, Альмира Минһажетдиноваға ҙур рәхмәтлемен. Ул мине эшкә алды һәм дөрөҫ юл күрһәтте. Аллаһ Тәғәлә уға һәм яҡындарына һаулыҡ, бәрәкәт бирһен. Юлымда осраған изге кешеләрҙең береһе ул.
— Ә ниңә сәнғәт юлынан китмәнегеҙ?
— Тормош иптәшем, Рөстәм Мостафа улы, ауылда эшләгәс, уны ҡалдырып, ҡайҙалыр йырсы булып киткем килмәне. Мөхәббәтебеҙ көслө ине. Шулай ҙа сәнғәт юлынан бер аҙ атланым. Ауыл клубында художество етәксеһе булып эшләнем. Мәктәпкә күсһәм дә, музыканан айырылманым, йыр дәрестәре уҡытам, клубта һәр байрамдарҙа сығыш яһайым. Ике йыл рәттән, йәй, отпуск ваҡытында 20-нән артыҡ йыр, бәләкәй ҡыҙыма төрлө стилдәге бейеүҙәр әҙерләп, концерттар ҡуйҙыҡ. Был эште туҡтатырға тура килде, сөнки ял да итмәйенсә, көн дә әҙерләнергә кәрәк, ә яңы уҡыу йылына йонсоп бараһы килмәне.
— Әле ниндәй фәндәрҙән уҡытаһығыҙ?
— Мәктәптә эшләү стажым 27 йыл булып киткән икән. 2007 йылда, академияны тамамлағас, 1—2-се кластарҙы уҡыта башланым. Бәләкәстәр менән эшләүе – бөтөнләй икенсе донъя. Еңелдән түгел. Аҙнаһына 30-ҙан артыҡ дәрес, уйлап ҡараһаң, ике ставка. Арып ҡайтып йығыла, эш барып сығырмы, тип борсола, хатта шым ғына илап та ала инем. Аллаға шөкөр, йылдан-йыл тәжрибәм арта, хәҙер инде еңелерәк.
— Уҡытыусы һөнәренең иң ауыр һәм матур яғы ниндәй?
— Беренсе класҡа бер әҙерлекһеҙ килгән балалар менән ауыр. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына иғтибар биреп бөтмәй, тәүге осорҙа, ярҙам кәрәк ваҡытта, өнһөҙҙәр. Күпме тырышып та, һөҙөмтә күренмәһә, күңелгә моңһоу. Әллә үҙем белем биреп еткермәйемме, әллә тәбиғәт ғәйеплеме икән, тип һорауҙарыма яуапты педагогика, психология фәндәренән эҙләйем.
Башҡорт ауылы, башҡорт мәктәбе булһа ла, тел менән бәйле сетерекле хәлдәр ҙә булғыланы. Элек кластар шау башҡорт балаларынан ғына торһа, хәҙер үҙ телдәрен онотҡандар, ярым башҡорттар күбәйҙе. Уларҙың талаптары — бөтә фәндәрҙе рус телендә генә алып барырға. Юғиһә, закондар, ялыу ғаризалары менән дә иҫкәртәләр. Бәй, класта башҡорт балалары ла ултыра бит. Юғалып ҡалманым, фәндәрҙе ике телдә лә уҡытам. Ә бына күсеп килгән урыҫ балалары башҡорт телен тиҙ үҙләштерә. Хатта әсәләре миңә: “Спасибо Вам за башкирский!” – тип әйткәндән һуң, күңелем ҡанатланып китте.
Иң матур яғы шул, бала күңеле – уңдырышлы тупраҡ, нимә сәсһәң, шуны ураһың. Был һинең ижадың һәм был бик етди. Үҫеп, кеше булған уҡыусыларың килеп рәхмәт һүҙҙәре әйтһәләр, күктең етенсе ҡатына менгәндәй булам.
— Уҡыусылар һәр заманда бер үкме?
— 1995 йылдан бирле эшләгәс, айырмалыҡтар һиҙелә. Берҙән, эш башлаған йылда мәктәптә 165 бала уҡый ине, ә хәҙер 50-гә лә тулмай. Ҡайҙа булып бөткәндәр? Икенсенән, элек класта ун баланың бер-икеһе генә уҡыуҙан ҡалышһа, хәҙер — киреһенсә. Нимә ул? Уҡыусылар күберәк смартфонда ултыра, әҙәби китаптар уҡып бармай. Шиғыр, ҡабатлау таблицаһын ятлатыу проблемаға әүерелде. Был мине, әлбиттә, борсой. Үҙемдең тәжрибәнән сығып әйтәм. Бәлки, башҡа мәктәптәрҙә, гимназияларҙа, улай түгелдер.
— Үҙегеҙгә генә хас уҡытыу алымдары бармы?
— Уҡытыусы — ул дирижер кеүек. Уҡыусыларға юлды күрһәтһәң, ҡалғанын үҙҙәре эҙләнергә мәжбүр була. Балаларҙың үҫешенә, йәш үҙенсәлегенә ҡарап, дәресте баштан алып аҙағына тиклем һәр этабын күҙ алдынан үткәрәм, маҡсаттар ҡуям. Шул маҡсаттарға ярашлы инструменттар, алымдар һайлап алам. Традицион методтар менән генә ҡәнәғәт түгелмен, проблемалы, төрлө кимәлдәге уҡытыу, уйын, мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланырға тырышам. Донъянан артта ҡалмаҫ өсөн билдәле педагогтарҙың фәнни эштәрен, принциптарын өйрәнәм.
Тағы ла уҡыусыларымдың ниндәй һәләттәре бар икәнен күҙәтәм. Бәлки, класта шәп рәссам, йә музыкант, йә математик ултыралыр. Ваҡытында күреп, баланың һәләтен үҫтерәү мөһим. Бер осорҙа театр яратҡан балалар тура килде, шиғырҙарҙы ла еңел, еренә еткереп ятлайҙар. Театр түңәрәге асып ебәрҙем. Һеҙ белһәгеҙ, уҡыусыларым нисек итеп дәртләнеп уйнайҙар, тырышалар ине! Ата-әсәләре лә костюмдар, реквизиттар менән ярҙам иттеләр. Гастролдәргә барыр өсөн транспорт биреп торҙолар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, театрмы ул, шиғыр һөйләүме, дипломһыҙ ҡайтмай торғайныҡ. Әле лә уларҙы иҫкә төшөрәм, видеояҙмаларын йыш ҡына асып ҡарайым.
Бер нәмәне аңланым, әгәр уҡытҡан фәндәрҙе яратаһың икән, уҡыусыларҙа ла шул фәндәргә ҡарата һөйөү уятып була. Шунда уҡ балаларҙың күҙҙәрендә сағыла, уларҙа осҡондар барлыҡҡа килә.
— Тормош иптәшегеҙ менән нисек таныштығыҙ?
— Рөстәм менән мәктәп йылдарында уҡ өс йыл ярым дуҫлашып йөрөнөк. Яратышып өйләнештек. Үкенескә күрә, 2019 йылда иптәшем мәрхүм булды. Уны юғалтҡас, артабан нисек йәшәргә тигән һорау тыуҙы. Аллаһ Тәғәләм мине ислам диненә килтерҙе. Шунда ғына күҙҙәрем асылды, йәшәүгә көс, күңелгә тыныслыҡ таптым. Әлхәмдүлилләһ шөкөр!
— Белеүемсә, һеҙҙең ике ҡыҙығыҙ ҙа бар...
— Ике ҡыҙым, ике ҡанатым бар. Олоһо Әлиә ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй, магазин директоры булып эшләй. Әнисә ҡыҙым БДУ-ны бөтөрөп, геодезист һөнәрен һайланы. Ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта төпләнде. Кейәүҙәрем дә һәйбәт, аҡыллы, эшһөйәрҙәр. Ҡулдарынан бөтә эш килә. Әлхәмдүлилләһ. Татыу йәшәйбеҙ, Аллаһҡа шөкөр! Ҡатын-ҡыҙ өсөн ғаилә беренсе урында инде ул. Яҡындарымдың һаулығын ҡайғыртам. Хәлдәребеҙҙе төпсөнөп шылтыратышып торабыҙ, пландар һәм фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ, ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Бер ғаилә булып йәшәү өсөн тырышлыҡ кәрәк. Әгәр ғаиләлә мөхәббәт булып та, ата-әсәләр ялҡау икән, тормоштарын яҡшыртырға, балаларын кеше итергә тырышмаһа, бер ниндәй ҙә һөҙөмтә булмаясаҡ.
— Нимә ул һеҙҙең өсөн бәхет?
— Бәхет минең өсөн көндәлек шатлыҡтар, яҡты кисерештәр, уңыштар тип уйлайым. Иртән торам, күңелем тыныс, яҡындарым, үҙем иҫән-һау, тимәк, бәхетле. Матурлыҡты күрә беләм һәм уға һоҡланам, был да бәхет.
Күпме кеше, шул тиклем холоҡ-фиғел. Кешеләр менән килешеп йәшәү — үҙе бәхет. Коллегаларым менән дә уңғанмын. Коллективта сирек быуаттан артыҡ эшләйем, бер-беребеҙ менән тәмһеҙләшмәнек, нимәлер бүлешеп, талашып ултырманыҡ, ултырмайбыҙ ҙа, быға ваҡытыбыҙ юҡ. Маҡсаттарыбыҙ ҙа уртаҡ: балаларға яҡшы белем, тәрбиә биреү.
Ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма, коллегаларыма таянам. Улар миңә көс, дәрт һәм ышаныс бирә. Уларҙың күңел йылыһына төрөнөп йәшәйем, эшләйем. Тимәк, мин бәхетле!
— Ниндәй уй-хыялдар менән янаһығыҙ?
— Хыялдар кешене йәшәтә, үҫтерә, алға этәрә. Күберәк белергә, эшләргә теләйем. Мөмкинлектәр асылды, бөтә нәмә бар. Йыбанма, өйрән, кәрәклеһен һайлап ал, тырыш, алдыңда ғына ята бит тип үҙемде тәрбиәләйем. Тағы ла ҡитғалар буйлап сәйәхәт итәһем, яңы ерҙәр күреп, тәьҫораттар алаһым килә.
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу Юныс ҡыҙы!
Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.