Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
20 Октябрь 2023, 11:10

“Минән кеше сығыр тип уйлайым”

"Бишенсе класта мәктәптә ҡурай түңәрәге асылды. Уны Минләхәт Исмәғил улы Назаров етәкләне. Яҙылдым. Тиҙҙән егеттәр һыҙғырырға, тауыш сығарырға өйрәнде. Ә мин, күпме тырышһам да, булдыра алмай ҙа ҡуям! Берәү килде лә ауыҙына ҡабып, өргәйне, һыҙғырҙы ла ебәрҙе..."

“Минән кеше сығыр тип уйлайым”
“Минән кеше сығыр тип уйлайым”

Ҡайҙа ҡарама баймаҡтар, тигәндәй, был һәләтле егет тә Баймаҡ районы Ғүмәр ауылынан. Иң мөһиме — талантлы, егәрле. Эштән, яңы асыштарҙан, үҙ өҫтөндә эшләүҙән ҡурҡмай. Йәш сәсән ҡумыҙҙа ла, думбырала ла, ҡурайҙа ла уйнай, өзләй ҙә, йырлай ҙа. Бөтә Рәсәй йәш сәсәндәр конкурсында еңеү яулаусы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Мирас ҮҘӘНБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.  

- Ә ҡурайҙа нисек уйнай башланың?

Ҡурайға ҡыҙыҡһыныуҙы Рәсүл олатайым уятты. Туғандар йыйылғанда беҙ, бала-саға, өлкәндәргә концерт ҡуя торғайныҡ. Кем нимә эшләй белә инде — бейейбеҙ, йырлайбыҙ, шиғыр ятлайбыҙ. Мин күберәк йырлай инем. Өләсәй беҙгә биш—ун һум бирә, ҡайһы саҡ туйҙарҙағы һымаҡ аҡса ташлайҙар, беҙ йыйып алабыҙ. Шунда Рәсүл олатайым беҙгә ҡурайҙа уйнай торғайны. Мин унан гел ҡоралын тотоп ҡарарға һорай инем. Ул үҙенекен бирмәй, һындырып ҡуйһам, тип, йәлләгәндер инде. Күп һорана торғас, бер көндө ул ҡурай эшләп бирҙе. Шуны тысҡылдатып, һыҙғыра белмәһәм дә, тотоп йөрөнөм. Ә бишенсе класта мәктәптә ҡурай түңәрәге асылды. Уны Минләхәт Исмәғил улы Назаров етәкләне. Яҙылдым. Тиҙҙән егеттәр һыҙғырырға, тауыш сығарырға өйрәнде. Ә мин, күпме тырышһам да, булдыра алмай ҙа ҡуям! Берәү килде лә ауыҙына ҡабып, өргәйне, һыҙғырҙы ла ебәрҙе. Түңәрәктән һуң, ғәрләнеп, өйгә ҡайтып индем дә атайыма һөйләнәм: “Бөтәһе лә һыҙғыра, минеке килеп сыҡмай! Улар әллә нисек ҡаба ул”, — тип Рәсүл олатайымдың ҡурайын ҡабып өргәйнем, һыҙғырҙым да ҡуйҙым! Ул көндө ҡурайҙы ҡулымдан төшөрмәй йөрөттөм. Киләһе тапҡыр ҡыуанып барып индем. Тик, үкенсекә күрә, ул түңәрәк ике-өс ай эшләне лә ябылды.

 

Әңгәмәне тулыһынса "Шоңҡар"ҙың 10-сы һанында уҡырға була. 

Автор:
Читайте нас: