Буласаҡ йырсы 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған.
Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә.
Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була. Билаловтарҙың татыу ғаиләһендә Ислам, Сәлимә, Әминә исемле бәхетле балалар үҫә.