Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
9 Декабрь 2023, 16:30

Иршат Мәскәүҙә ресубликаны танытты!

29 ноябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең “Мираҫ” фестиваленең Гала-концерты үтте. Концертта Рәсәй Федерацияһының 13 субъектынан вәкилдәр: МГИМО студенттары, РФ-ның атҡаҙанған артистары һәм билдәле ижади коллективтары сағыу ижади номерҙары менән сығыш яһаны. Фестиваль 700-ҙән ашыу тамашасыны үҙенә йыйҙы.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһын яҡташыбыҙ, Ғафури районы Красноусол егете -  “МИФИ” ядро милли тикшеренеү университетының 1-се курс студенты, Ғата Сөләймәнов исемендәге XXI республика ҡурай байрамында I Дәрәжә лауреат исемен яулаған Иршат Дауытов ситтәргә танытты. Афарин, Иршат! Уңыштар юлдаш булһын!

Әйткәндәй, Иршат быйыл Нияз Мәжитов исемендәге  Красноусол башҡорт гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә тамамланы. БДИ һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районында иң юғары балл йыйған алты уҡыусының береһе ул.  Иршат ун бер йыл буйы гимназияның ғына түгел, райондың ғорурлығы булды. Ул шәп ҡурайсы ла, республика конкурстарында гран-при яулаған. Ә инде үксәһенән ут сәсрәтеп бейей башлаһа, ысын артист тип торорһоң.  

Мәктәптә өйрәнгән бөтә телдәрҙе лә һыу ке­үек эсә.  Малаҙис, Иршат! Уңыштар һиңә!

Фото: Бәйләнештә

Иршат Мәскәүҙә ресубликаны танытты!
Иршат Мәскәүҙә ресубликаны танытты!
Иршат Мәскәүҙә ресубликаны танытты!
Автор:
Читайте нас: