– Кем булып эшләйем тиһең? — Юлиәнән тағы һораным.
– Видеомейкер, – тип ҡабатланы ул.
Шулай мин уның блогерҙарҙы видеоға төшөрөүсе икәнен белдем. Быға тиклем уларҙың операторҙары бар тип тә уйламаным, йәнәһе, үҙҙәрен үҙҙәре йә дуҫтары төшөрә. Кадр артында ҡалып, социаль селтәрҙә контент эшләүселәр — видеомейкерҙар икән.
Бик ҡыҙыҡлы эш. Аҡсалы ла. Танышымдан был һөнәр тураһында ныҡлап һораштым.
Сочиҙа йәшәүсе яҡташыбыҙ Юлиә ХАРРАСОВА инде бер нисә йыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә видеомейкер булып эшләп, тәжрибә туплаған, һөнәрҙең барлыҡ нескәлектәрен белә.
– Иң беренсе һорау: кем ул видеомейкер?
– Шул уҡ видеооператор тиергә була. Әммә видеомейкер — заманға яраҡлаштырылған һөнәр. Беренсенән, беҙ күп осраҡта социаль селтәрҙәр өсөн контент булдырабыҙ. Икенсенән, видео эшләүҙең бөтә этаптарын да алып барабыҙ: сценарий яҙыу, төшөрөргә урындар табыу, төшөрөү, монтаж яһау, тап килгән музыка табыу... Нолдән башлап әҙер видео барлыҡҡа килгәнсе тир түгәбеҙ.
– Был өлкәгә нисек килеп эләктең?
– Видео булдырыу миңә электән ҡыҙыҡ. Тәүҙә үҙем, дуҫтарым өсөн генә төшөрҙөм. Бер заман телефон аша барлыҡ матурлыҡты күрһәтә алғанлығымды аңлап ҡалдым. Ирем дә һәләтеңде йәшермә тигәс, был өлкәне ныҡлап өйрәнә башланым. Төркиәлә тәүге клиентымды — әхирәтемде төшөрҙөм. Сәйәхәттән ҡайтҡас, ныҡлап уҡырға тотондом.
– Был һөнәрҙә уңышлы булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
– Видеомейкер бөтә нәмә лә эшләй белергә тейеш! Һәр саҡ уҡырға, үҫешергә кәрәк. Заманса программаларҙы үҙләштереү, әйләнгән һайын техникаңды яңыртыу, уларҙы ҡулланырға өйрәнеү мөһим. Һәйбәт итеп төшөрөү генә етмәй, монтаж яһау, яңы-яңы идеялар тыуҙырыу, ҡыҙыҡлы контент булдырыу ҙа кәрәк. Бынан тыш, һин бит кешеләр менән эшләйһең, тимәк, яҡшы мөнәсәбәт ҡороу, аралашыу сифаттарын да үҫтерәһең.
Тулыһынса "Шоңҡар"ҙың апрель һанында уҡырға була.