19 майҙан 20 майға ҡаршы төндә хәрби заданиены үтәгәндә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко яраланған.
Был турала парламент Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итә.
- Бахмут ҡалаһы янындағы алышта егеттәр Украина артиллерияһы утына эләгә. Алексей Локотченко күп ҡан юғалта, ул тиҙ арала хәрби госпиталгә килтерелә. Ул аңында, иртән уның менән телефондан һөйләштем, хәле тотороҡло. Депутаттар элемтәлә тора һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ һуғышта Алексейҙың хеҙмәттәше – яҡташыбыҙ һәләк булған, ул командирҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡаплаған һәм шуның менән уның ғүмерен ҡотҡарған, - ти Константин Толкачев.
Алексей Локотченко 2024 йылдың февралендә СВО зонаһына китә, беренсе көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта була. Артиллерия расчеты командиры булып хеҙмәт итә, һуңғараҡ взвод командиры итеп билдәләнә.
- Бер аҙна элек мин Алексей Локотченко хеҙмәт иткән подразделениеға барҙым. Һуғышсылар менән осраштым, уларҙан депутатыбыҙға хөрмәте хаҡында ишеттем, – тине Константин Толкачев.
Фото: башинформ