Әбйәлил районының Айғырбатҡан ауылы егете Рәсүл Ғилманов юғары профессионализм һәм махсус хәрби операцияла төҙөкләндереү эштәрендә өлгөлө хеҙмәте өсөн ғәскәри часть командиры С. Ульяновтан маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Был хаҡта "Осҡон" гәзите хәбәр итә.
"Рәсүл Юлдаш башланғыс мәктәбенең 3 класын тамамлап, Асҡар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 9 кластан һуң Магнитогорск төҙөлөш-монтаж техникумында сварщик һөнәренә уҡып ММК-ла эш башлай. Тырыш егет спортта ла өлгөр, эшкә лә йылғыр булып үҫеп етә. Әлеге ваҡытта Рәсүл Рәмис улы армияла Рәсәй сиге буйында хеҙмәт итә, танктарҙы ремонтлап МХО-ға ебәреп тора. Яҡташыбыҙға хеҙмәтен тамамлап иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ", - тип яҙған район гәзите.
Фото: "Осҡон"