Махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән егеттәр тураһында яҙырға булғас, тәүҙә аптырап ҡалдым. Һүҙҙе нимәнән башларға? Ниндәй һорау бирергә? Армияла хеҙмәт итмәнем, хәрби операция зонаһында булманым. Унда ниҙәр барғанын, нимә менән осрашырға тура килгәнен күҙ алдына ла килтерә алмайым... Ә бит тап шундай ирҙәр — илдең тыныслығын, сиктәрен һаҡлаусы егеттәребеҙ, тыуған ер өсөн көрәшергә әҙер ҡаһармандар, бурысын үтәргә иң беренсе булып ҡалҡҡандар арҡаһында ла мин аяҙ күк йөҙөнән башҡаны белмәй йәшәйем.
Белорет ҡалаһынан игеҙәктәр Азат менән Азамат СӘФӘРҒӘЛИНДӘР — үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияға ҡушылыусылар. Егеттәр әлеге көндә республика батальондары составында хеҙмәт итә.
Игеҙәктәр Рәйлә менән Сәлих Сәфәрғәлиндәр ғаиләһендә донъяға килә. Малайҙарға Азат менән Азамат тип исем бирәләр. Исеме есеменә тап килә тигәндәре шулдыр. Азат — ирекле, Азамат ҡеүәтле тигәнде аңлата. Егеттәрҙең өс йәшкә кесе һеңлеләре лә бар. Белорет ҡалаһында тыуһалар ҙа, малайҙар йәйҙәрен ата-әсәһенең тыуған ауылдарында — Ҡаһарман менән Уҫманғәлелә үткәрә. Һәр хәлдә, тап ауылда туп тибеү, мал ҡарау, һыу төшөү хәтерҙәрендә бала саҡтың йәмле мәле булып ҡалған. Бесән сабыу, баҡса ултыртыу, аҙаҡ мул уңышты йыйып алыумы, әллә берәй байраммы — бөтә ғаилә йыйылып, көлөшә-шаяра аралашыу, хәл-әхүәл менән уртаҡлашыу – үҙе бер ғүмер. Кем әйтмешләй, ауылға ҡайтып, атай-әсәй эргәһендә бер ултырып сәй эсеү мең дауаға тиң.
Игеҙәктәр Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына уҡырға бара. Мәктәпте тамамлағансы һынатмайҙар, яҡшы уҡыйҙар.
Әммә игеҙәктәргә — ун дүрт, һеңлеләренә ун бер йәш тулғанда ауыр ҡайғы килә: ата-әсәләре вафат була. Етем ҡалған өс баланы әсәһенең бер туған ҡустыһы Рәүеф Тайфур улы менән уның тормош иптәше Лариса Мөхәрәм ҡыҙы ала. Шулай Хәлитовтарҙың өс улдары янына тағы ла өс бала ҡушыла. Улар күмәкләп үҫә, буй еткерә. Хатта студент йылдарын да бергәләшеп үткәрәләр.
Һигеҙенсе класты тамамлаған игеҙәктәр артабан белем алыуҙы Өфө республика иҡтисад лицей-интернатында дауам итә. Бында улар ун берҙе бөткәнсе уҡый. Аттестаттарында тик яҡшы билдәләр булған егеттәр юғары уҡыу йортона юл тота. Азат элекке Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын һайлай. Әммә өсөнсө курстан һуң был һөнәр оҡшамауын аңлап, киләсәктә үҙен был эштә бөтөнләй күрмәгәненә төшөнә. Шуға ла, документтарын алып, Өфө тимер юл транспорты техникумына бара.
Уҡыу араһында Азат эшләп тә йөрөй. Бер йыл “УМПО”-ла эшләһә, аҙаҡ йөк һәм пассажир электровоз машинисы ярҙамсыһы булып урынлаша. Үҙе лә машинист танытмаһы ала. Әммә тиҙҙән махсус хәрби операция зонаһына барырға хәл итә.
Азамат Финанс университетының Өфө филиалына инә. Иҡтисад лицей-интернатында уҡып сыҡҡан егеттең был уҡыу йортон һайлауына аптырарға түгелдер. Артабан ул әрме сафтарында артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ил алдында бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң егет проходчик булып эшкә урынлаша. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ул военкоматҡа юллана.
— Һине алһалар, мин дә артыңса барам, — тип Азат уны оҙата.
Әммә эшләгән еренән бронь булғас, Азаматты кире саҡырмайҙар. Шул арала уларҙың бер ғаиләлә буй еткергән Рәмил туғандары мобилизация буйынса МХО-ға юллана. Бергә үҫкән туғандары барыуы ла йоғонто яһайҙыр, егеттәрҙең булған шиктәре юҡҡа сыға. МХО башланғас та хәрби хеҙмәт тураһында былай ҙа уйланып йөрөгән Азамат көҙгөһөн башҡорт батальонына ғариза яҙа. Ҡайҙа йыйынғаны хаҡында донъяға яу һалмай, сер итеп һаҡлай, туғандары ла, дуҫтары ла был турала барыр көнө еткәс кенә белеп ҡала. Шулай Азамат Салауат Юлаев исемендәге батальонға эләгә. Хәҙер ул сержант званиеһында йылдан ашыу телефон станцияһы начальнигы, бүлек командиры булып хеҙмәт итә.
— Армияла хеҙмәт итеү, әлбиттә, ҡулланылған ҡоралдар тураһында ниндәйҙер белем бирә, ниҙәр менән эш итәсәгеңде күҙ алдына яҡынса килтерә алаһың, — тип һөйләй Азамат. — Әммә армияла нығыраҡ физик форма өҫтөндә эшләйһең, ә бында заманса алыш бара, мөхит башҡа төрлөрәк, күп осраҡта дрондар һәм артиллерия өҫтөнлөк итә.
Азат алда әйткән һүҙендә тора: игеҙәге артынан Салауат Юлаев исемендәге батальонға барып яҙыла. Әммә армияла булмағас, уны алмайҙар. Шулай ҙа егет уйынан кире ҡайтмай, аҙағыраҡ “Башҡортостан” полкы булдырылғас, үҙ ирке менән сафҡа баҫа. Мөғин Нагаев исемендәге башҡорт артиллерия дивизионын аңлы рәүештә һайлай. Республика геройы исеме аҫтында көрәшеү илһөйәрлек, милләтең өсөн ғорурлыҡ тыуҙыра, рух бирә, тигән фекерҙә ул. Азат Һарытау ҡалаһында артиллерия училищеһында уҡыуҙар үткәс, 2023 йылдың көҙөндә махсус хәрби операция зонаһына юллана. Әйткәндәй, Азамат армияла артиллерияла хеҙмәт итә, шуға ла игеҙәге өсөн аҙаҡ бик ҡыуана, тәүҙә кәңәштәре менән ярҙам итә.
Әлбиттә, туғандары, улар өсөн борсолоп, кире уйларға, бармаҫҡа өгөтләйҙәр. Әммә егет һүҙе бер булыр, тиҙәр, ҡарарҙарында ныҡ торалар. Етмәһә, бергә үҫкән туғандары, өс туған ике ағалары, дуҫ егеттәре күптән махсус хәрби операция зонаһында булғанда, нисек тыныс йоҡларға була?
— Барырғамы, юҡмы тип оҙаҡ уйламаныҡ, — ти егеттәр. — 2014 йылдан Украиналағы хәлде күҙәтеп барҙыҡ, былар барыһы күптән күңелде өйкәй ине.
Азат хәҙер — кесе сержант званиеһында орудие командиры, егет ҡарамағында өс расчет, өс орудие. Уның етәкселегендә егермегә яҡын кеше хеҙмәт итә.
— Мәҫәлән, бер егетебеҙ ун һигеҙ йәше тулғас та контракт менән беҙҙең сафҡа ҡушылды. Минең яҡташым, яҡшы наводчик, — ти үҙенең хеҙмәттәштәре тураһында Азат. — 62 йәшлек водитель бар, бер нимәнән дә ҡурҡмай, йәштәр һымаҡ йүгереп йөрөй. Арабыҙҙа шундай ысын ир-аттар булыуы һоҡландыра.
— Көндәр нисек үтә, һалдаттың буш ваҡыты буламы? — тигән һорауыма:
— Армиялағы һымаҡ инде, — тиҙәр егеттәр.
Буш ваҡыттарында кер йыуалар, йыуыналар, үҙҙәрен рәткә килтерәләр. Йыш ҡына урындарын алмаштырырға тура килгәс, күп осраҡта йәшенер урын ҡаҙалар, яйлап көндәлек тормоштарын көйләйҙәр. Нарядтар, дежур эше... Уларҙың һүҙҙәренсә, бындай шарттар бер ҙә ҡурҡытмай.
— Ҡалала үҫһәк тә, ялдарҙы, каникулдарҙы ҡартатай-өләсәйҙәрҙә ауылда үткәрә инек. Ҡыуышта йоҡлау, шешә ярҙамында йыуыныу, ҡул менән эшләргә лә тәүгә түгел. Етмәһә, бында килгәнсегә тиклем эшем еңелдәрҙән булманы, — тип һөйләй Азат. — Рейстарға сыҡһаҡ, икешәр-өсәр көн ҡайтмай инек. Тәүлегенә бер нисә сәғәт кенә йоҡлауҙың да нимә икәнен беләм, өйрәнгәнмен.
Йәшәү шарттарына килгәндә, бәғзеләрҙән гумконвойҙар юғала тигән хәбәрҙәр ишетергә тура килә. Был хаҡта һорамай булдыра алманым.
— Халыҡтың егеттәрҙе хәстәрләп йыйған әйберҙәре, инәйҙәрҙең йылы ойоҡбаштары, техника, селтәрҙәр барып етәме һуң?
— Бындай проблемалар тик башта ғына күҙәтелде, — тип аңлата егеттәр. — Ул ваҡыттарҙа бәйләнеш юҡ ине, кем ҡайҙа икәнен белеп булмай торғайны. Хәҙер тәьмин итеүгә зарлана алмайбыҙ. Хатта алда барған пехотаға кәрәгерәк тип, гуманитарканы уларға үҙебеҙ ебәрергә тырышабыҙ.
Башҡортостандан һалдаттарға йөҙҙән ашыу гуманитар конвой ебәрелде. Егеттәр тәьмин итеүгә, шарттарға зарланмаһа ла, республика халҡы һалдаттарға ярҙам итә ала. РЭБ, пилотһыҙ осоу аппараттары етеп килгәнен күрһәтер өсөн анализатор, аккумуляторҙар бер ваҡытта ла артыҡ түгел.
Көнкүрештәге мәшәҡәттәргә, йомшаҡ мендәрһеҙ йоҡлауға, ауыр физик эшкә нисек тә түҙеп була, ундай шарттарға хатта өйрәнеп тә, күнегеп тә китәһең. Тик күңелдең төбөндә йәшенеп ятҡан һағыныу тойғоһон нисек баҫырға? Кеше түҙер ҙә ул, ә йөрәк түҙәме икән ни? Тыуған яҡтан алыҫта алдағы көндә нимә көтөрөн белмәгәндә күңел һүрелгән саҡтар ҙа була.
— Бер нимәгә ҡарамай бирешмәҫкә тигән уйҙар төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итә, — тип ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирә Азамат.
— Иң ауыры — өйҙө, ғаиләңде, дуҫтарыңды һағыныу. Бындай мәлдәрҙә ауыр уйҙарҙан эш арындыра, — тип уртаҡлаша Азат. — Беҙҙең алға маҡсаттар ҡуялар. Шуларҙы үтәү, бурысты сифатлы итеп башҡара алыу ҙа көс бирә. Иң ныҡлы терәк — яҡындарым, дуҫтарым. Илдә килеп тыуған хәлгә беҙҙең бөтәбеҙҙең дә бер төрлө ҡараш. Эшебеҙ республика, ил, донъя мәнфәғәте өсөн тигән ышаныс ҡанатландыра.
Егеттәр менән бер быуын кешеләребеҙ. Яуҙар тураһында бар белемебеҙ — тарих китабынан. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, һуғыш осоро балалары һөйләүҙәре буйынса ғына беләбеҙ, яҡынса төҫмөрләйбеҙ. Дошман менән күҙгә-күҙ осрашҡанда нимәләр тойғанды, тыуған ил өсөн ғүмерен биргән дуҫтарыңды юғалтҡанда ниҙәр кисергәнде аңлауы ҡыйын. Шуға ла:
— Унда булғандарҙың донъяға ҡараштары үҙгәрәме? — тип һорайым егеттәрҙән.
— Артыҡ бер нимә лә үҙгәрмәй, — ти Азат. — МХО-ға тиклем дә мин намыҫ, ҡаһарманлыҡ, абруйҙы төшөрмәү тигән принциптарға таянып йәшәнем. Гражданкала булған ир-аттарҙы ниҙәлер ғәйепләй тип аңлап ҡуймағыҙ. Тыуған йортта ла беҙҙең ғаиләләрҙе яҡларлыҡ, һаҡларлыҡ кешеләр булырға тейеш. Улар хеҙмәте менән дәүләтебеҙгә нығынырға, аяҡта ныҡлы баҫып торорға ярҙам итә.
— Егеттәрҙә үҙгәрештәр бар, — тип үҙ фекерен белдерҙе Азамат. — Бынан ир-аттар күпкә көслөрәк булып ҡайтасаҡ.
— Ә үлем менән осрашҡан мәлдәрҙә кеше нимә тоя? Ундай мәлдәр булдымы?
— Камикадзе менән дә, Баба Яга менән дә эшкәрттеләр, бомба аҫтында ла тоттолар. Башта ундай мәлдәрҙә ҡурҡыта ине. Блиндажда ятаһың, доғаларыңды уҡыйһың... Шартлауҙар яҡынайғандан-яҡыная бара, эстән генә яҡындарың менән хушлашаһың... — тип бүлеште Азат. — Тора-бара үлемдән ҡурҡыу бөтә, өйрәнәһең. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙе һаҡлайбыҙ, уяулыҡты юғалтмайбыҙ. Үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты мотлаҡ булырға тейеш. Һалдат — беҙҙең армияның төп көсө. Расчет командиры булараҡ, минең төп бурысым — ғүмерҙәрҙе, хәрби көстө һаҡлап ҡалыу.
Егеттәр илебеҙ суверенитетын яҡлағаны, намыҫлы хәрби хеҙмәте, күрһәтелгән батырлыҡтары өсөн күп кенә наградалар менән бүләкләнгән. Азат “Шайморатов”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Азамат шулай уҡ “Шайморатов”, “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” миҙалдары, ведомство наградаларына лайыҡ.
— Махсус хәрби операция зонаһына барырға теләгән, әммә ҡыйыулыҡ итә алмағандарға ниндәй теләктәр, кәңәштәр әйтер инегеҙ?
— Бында юлланыу — етди ҡарар, ныҡлы уйларға кәрәк. Беҙ унда еңеп ҡайтырға барабыҙ. Һалдат алдында бурыс ҡуялар, шул бойороҡто юғалтыуһыҙ үтәргә тырышаһың. Әгәр инде тейеште үтәр урынға, үлемгә тип әҙерләнеп килһәң, һинән файҙа юҡ. Һаулыҡ та кәрәк. Сырхау булһаң, башҡа һалдаттарға ауырлыҡтар ғына өҫтәйәсәкһең. Физик эш күп, уларҙы тиҙ, әммә йәшенеп кенә башҡарыу мотлаҡ. Ҡайһы берәүҙәр, барам да аш бешереп, һыу ташып ҡына йөрөрмөн, тип уйлай. Бында һәр һалдат теләһә ниндәй эшкә әҙер булырға тейеш, мәҫәлән, наводчик урынына торорға йә командир булып китергә. Ҡыҫҡаһы, бөтә нәмәне белеү, етеҙлек талап ителә. Башҡаларҙың иҫәбенә артта йәшенеп кенә йөрөү юҡ. Психологик яҡтан да әҙерлек мөһим. Килеп, үҙ-үҙенә баш була алмай, ҡайтарыуҙарын һорап йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Иң мөһиме шуны аңларға һәм белергә тейештәр: беҙ бында аҙаҡҡа, еңеүгә тиклем.
Егеттәрҙең әлеге мәлдә иң ҙур теләге — еңеү менән иҫән-һау ҡайтыу, хәҙерге көндә МХО-ла йөрөгән дуҫ-иптәштәре, ағай-ҡустылары менән осрашырға, яҡындары, ғаиләһе менән күрешергә... Азатты алты йәшлек улы Эмир көтә.
— Әлбиттә, артабан да тыныс ысул менән фашизмға ҡаршы көрәшеү, — ти Азат, киләсәкте күҙаллап. — Улыма донъяла насар милләттәр, насар дин юҡлығын, ә бары алама йә аҡса өсөн һатылған кешеләр барлығын төшөндөрөргә теләйем.
Егет кеше үҙен тыуған иленә ауыр, ҡыйын көндәр килгәндә таныта. Өндәшмәй, ауырлыҡтарға зарланмай, ҡурҡыу-борсолоуҙарын күрһәтмәй генә махсус хәрби операция зонаһына барыусылар күп. Уларҙың уйҙары бер: мин бармаһам, ул бармаһа, һин бармаһаң, илде кем һаҡлар? Был егеттәрҙе генә алғанда ла, бер ғаиләнән өс ир МХО-ға юлланған! Илебеҙҙең киләсәге, тыныслығыбыҙ шундай замандаштарыбыҙ — теш ҡыҫып ирлек бурысын үтәгәндәр ҡулында. Уларға имен-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын ғына теләргә ҡала.
Заһиҙә МУСИНА.