-19 °С
Болотло
Уҡыусыларҙың, студенттарҙың каникул мәлдәрендә эшләүҙәренә күнегелгән. Әммә ҡыҙҙар ҡорос атты ауыҙлыҡлаһа, һоҡландыра. Өфөлә 19 йәшлек студент Әҙилә Мирғаязованы замана Айбикәһенә тиңләргә мөмкин. Ул Октябрь районының төҙөкләндереү хеҙмәтенә эшкә урынлашҡан. Ҡыҙ МТЗ тракторында йөрөй. Йәйге каникул ваҡытында тик ятмай, ә яңы һөнәр үҙләштерә.
Әйткәндәй, ул районда берҙән-бер тракторсы ҡыҙ икән.
Фото интернеттан алынды.