Башҡорт халҡы борон-борондан йылҡы тотҡан. Ат малы тоғро дуҫы ла, юлдашы ла булған. Ҡымыҙы – дауалаһа, ҡаҙылығы, ите – төп ризыҡ булараҡ ҡулланылған. Бөгөн дә йәштәрҙең йылҡысылыҡҡа иғтибар бүлеүҙәре ҡыуаныслы хәл. Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында йәшәүсе Зәлиә менән Илдар БҮЛӘКӘНОВтар тап шундай ғаиләләрҙең береһе.
Йәштәр икеһе лә бер ауылдан. Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәтендә ер буйынса инспектор булып эшләп йөрөгән Илдар менән Зәлиә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡып йөрөгән сағында өйләнешәләр. Зәлиә ҡулына диплом алғанда, улар бер ҡыҙ менән улға атай-әсәй булып өлгөрә. Тамырҙары ергә ныҡлап ултырған ағастың ғына йәшәү көсө ҙур була. Ул ел-ямғырға ла бирешеп бармай. Әҙәм балаһының да шулай. Кендек ҡаны тамған ерҙә ул кәрәгерәк. Аяғы ерҙә ныҡлы баҫып торған кеше генә замана елдәренә бирешмәй, балаларына ла өлгөлө тәрбиә бирә ала. Быны Илдар менән Зәлиә яҡшы аңлай. Йәнә йәштәр ике яҡлап ата-әсәләренә терәк-таяныс булыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйып, ауылға ҡайты төпләнәләр. Башта Илдарҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Зәлиә, береһенән-береһе бәләкәс бала менән өйҙә ултырғанда, ләлә сәскәләре үҫтерә башлай. Ноябрь айында ҡомға сәскәнең һуғандарын ултыртып, февралгә тиклем баҙға ҡуялар. Аҙаҡ яҡтыға сыҡҡас, яйлап сәскәгә бөрөлөнә башлаған үҫемлек ҡатын-ҡыҙҙар байрамына өлгөрөп етә. Ул ваҡытта ауылда ҡышын тәүгеләрҙән сәскә үҫтереүсе генә түгел, беренсе курьер вазифаһын үтәүсе ролендә лә булалар. Ситтә йәшәгәндәр яҡын кешеләренә улар аша гөлләмә – һағыныу сәләмдәрен тапшырыуҙарын һорайҙар. Эшләгән эштәренән килем алыуҙан бигерәк, оло йәштәге апайҙарҙың балалары исеменән бүләккә гөлләмә алып ҡыуаныу мәлдәре хәтерҙәрендә ныҡ уйылып ҡала. Сөнки күптәре яңғыҙы ғына донъя көткән, аралашыуға һыуһап киткән өлкәндәр уларҙы ҡыуаныстарынан ҡосаҡлап алалар, илап ебәрәләр – күңел төбөндә ятҡан ысын хистәренә ирек бирәләр. Кешеләргә шатлыҡ өләшеү ҙур ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс тойғоһо алып килә йәштәргә.
Дүртенсе сабыйҙарын көткәндә, Бүләкәновтар сәскә үҫтереүҙәрен туҡтаталар, сөнки Европанан күмәртәләп сәскә алып март байрамында һатыу кесе эшҡыуарҙар тарафынан йәнләнеп китә. Әммә дәртле, дарманлы, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған Бүләкәновтар икенсе, ҙурыраҡ эшкә тотонорға йөръәт итәләр. Ат малы үрсетеп ҡарарға уйлайҙар улар. Тәүге дүрт ҡолондарын һатып алалар, яйлап улар янына тағы ла унау, унан һуң өйөр айғыры ла өҫтәлә. Финанс яғынан Илдарҙың атаһы һәм әсәһе, туғандары ярҙам итә. Йылҡысылыҡ эшенә тотоноуға сәбәпсе, этәреүсе булып ошо яҡтың билдәле фермеры, хажый Фәнис Йәноҙаҡ улы Кәримов була. Әле лә уның төплө кәңәштәре, тәрән фекерҙәре йәштәргә ярҙам итә. Тик ат малы һыйыр түгел. Ике йылдан ул арта башламай. Дүрт-биш йыл көтөргә кәрәк. Үҙҙәренә ышанған, иң мөһиме ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған йәш ғаилә ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә ҡарар итә. Бурыстарын ҡаплайҙар ҙа, кредитҡа һауын бейәләрен алырға ҡарар итәләр. Ете баш бейәне Әбйәлил районының Ахай ауылында йәшәүсе Айһылыу менән Зөлфәр Шөғөровтарҙан алалар. Оло йәштәге ағай менән апай Бүләкәновтарҙың хыял-маҡсаттарын белгәс, шатланып йылҡы тотоу, ҡымыҙ бешеү серҙәре менән бүлешеп оҙаталар. Бөгөнгө көндә Бүләкәновтарҙың бер-нисә тиҫтә аты йыл әйләнәһенә тиерлек тибендә йөрөй. Бары тик һуғымлыҡ йылҡыларын ғына ҡураға алып ҡайтып ҡарайҙар.
Ат малының үҙенә генә күрә ҡылыҡ-холоҡтары бар. Бүләкәновтарҙың яңы алған бейәләре ҡоланлар мәл еткәс, улар берәм-берәм Әбйәлил районына, килгән ерҙәренә ҡайтып китә башлайҙар. Аяҡтары тышаулы булыуы ла уларға ҡамасауламай. Йоҡо иң татлы мәлдә, таң алдынан тәүге ҡолонлаған ерҙәренә ашыға бейәләр. Баҡһаң, улар өсөн был ғәҙәти күренеш икән. Тыуған яҡтарына ашҡынған йылҡыларҙы өс-дүрт тапҡыр кире ҡыуып алып ҡайтҡандан һуң, ҡолонлап бөткәнгә тиклем һарайҙа тоталар. Һуңынан ҡолоно менән нығынғас ҡына яланға сығаралар. Тиҙҙән теге бейәләр ҙә күнәләр, яңы ергә, яңы хужаларға ерегеп китәләр.
2023 йылдың йәйендә Бүләкәновтар Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Моҫтай ауылы эргәһенә бәләкәй генә йәйләү төҙөйҙәр. Тәүге һауын миҙгеленә әҙерләнәләр: тулҡынландыра, ҡурҡыта, ләкин ҡымыҙ эшләү теләге алға әйҙәй. Бөтә ғаилә тырышлығы, туғандар, дуҫтар ярҙамы, йылҡысылар кәңәштәре менән тәүге ҡымыҙ бешелә. “Әлбиттә, һәр бер бизнес килем алыу маҡсаты менән төҙөлә. Ләкин унан алда, кешене әйҙәп йөрөтөүсе көс – ул Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт. Экологик яҡтан таҙа, шифалы, файҙалы, һәм иң мөһиме, хәләл ризыҡ етештереү – беҙҙең төп ниәтебеҙ!” – тиҙәр улар.
Бейә һауыуҙың үҙенә күрә үҙенсәлектәре лә бар. Унан, һыйыр шикелле, бер ултырғанда биш – ун литр һөт алып булмай. Тиҙ генә эйгән малдың иң һөтлөһө лә бер һауында бер литрҙай ғына һөт бирә, ти. Йәш бейәләрҙеке ике-өс йөҙ грамдан артмай. Әлбиттә, борондан йәйләүҙәрҙә бейәне бер-нисә сәғәт һайын һауып торғандар. Әлеге ваҡытта ла көнөнә өс-дүрт тапҡыр һауыусылар ҙа бар. Тик ул ваҡытта ҡолондары үҫә алмайынса ҡатып ҡалырға мөмкин. Зәлиә был эшкә әсәһенән тәүге һабаҡтар ала. Һәр береһенең холҡона өйрәнеү өсөн дә байтаҡ ҡына ваҡыт китә. Йылы һүҙ йыланды ла өнөнән сығара, тигәндәй, бейә лә ҡолағы менән ярата. Һауыр алдынан иркәләп, матур һөйләшеп, үҙеңде тыныс тотһаң, ул да һауып бөткәнсе, үҙен тыныс тота.
Башҡорт халҡының милли эсемлеге ҡымыҙ һәм уның кеше организмы өсөн файҙаһы тураһында төрлө тарафтарҙан килгән ғалимдар, яҙыусылар яҙып ҡалдырғандар. Урындағы милләттең ҡунаҡсыллығы менән саф һауаһы ла килешкәндер инде. Бүләкәновтар ҡымыҙ бешеү, етештереү өсөн көбөләрҙе Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Самат ағайҙан эшләтеп алалар. 1-се Төркмән ауылының дүрт балалы уңған ҡыҙы был эшкә билен биштән быуып тотона. Ҡымыҙ – бейә һөтөнә ҡур (әсетке) ҡойолоп, тәүлек әйләнәһенә бешелеп, әҙерләнә. Ни тиклем күберәк бешәһең, көндөң эҫелегенә ҡарап, ул тиҙерәк өлгөрә. Ҡымыҙҙың да үҙенә күрә төрҙәре бар: һаумал ҡымыҙ, сейәле, ҡарағатлы, ыҫланған, баллы һәм ябай, йәки классик ҡымыҙ. Бүләкәновтар ыҫланған һәм классик ҡымыҙ етештерәләр.
– Йылҡы ныҡ аҡыллы мал. Ашаған урынын бысратмай, үтә күренмәле таҙа ғына һыу эсә. Бысраҡҡа батып та йөрөмәй. Етмәһә, йыл әйләнәһенә тиерлек, тибендә йөрөп үҙ-үҙен ҡарай. Әлбиттә, һәр береһе чипланған. Бөгөнгө көндә юлда ҡарауһыҙ йөрөгән аттар арҡаһында авариялар осрап тора. Юлдағыларҙы бәлә-ҡазаларҙан аралар өсөн, төндә йыраҡтан күренеп торған махсус таҫмалар ҙа тағабыҙ. Навигатор ярҙамында ҡайҙа йөрөгәндәрен дә күреп торабыҙ. Магазин кәштәләрендә төрлө аҙыҡ түгелеп ятһа ла, беҙ уның нимәнән эшләнгәнен хатта күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ауылда йәшәүебеҙҙең был осраҡта ла ыңғай яҡтары күп. Беҙ иң тәү сиратта үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм һатып алыусыларыбыҙҙы экологик ятҡан таҙа, тәмле ризыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Ниндәйҙер килем алыуҙан да бигерәк, ошоноһо беҙҙең өсөн мөһим. Йылҡы малынан етештерелгән тауарҙы күпселек ауылдаштар, яҡын-тирәләге ауыл халҡы алып бөтә. Ҡаҙылыҡ эшләйбеҙ, итләтә лә һатабыҙ, – ти Зәлиә йылҡы малына бәйле мәғлүмәт менән таныштырып.
Бүләкәновтар дәүләт эштәрендә лә эшләйҙәр. Булдыҡлы, уңған ғаилә башлығы Илдар Рафиҡ улы бөгөн 1-се Төркмән ауылында урынлашҡан Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы Янғын һүндереү бүлеге етәксеһе. Юғары белемде ситтән тороп Магнитогорск Дәүләт университетында ала. Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡара. Был осорҙа ауылдарын төҙөкләндереүҙә, ауыл тормошон яйға һалыуға ҙур өлөш индерә: урамдар яҡтыртыла, юлдар төҙөкләндерелә, эсәр һыу мәсьәләһе хәл ителә. Ауылдаштары әле лә уның эшләгән мәлен һағынып иҫкә ала. Ә ир – баш, ҡатын – муйын тигән халыҡ аҡылына таянып йәшәгән Зәлиә Сәғит ҡыҙы Баймаҡ тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының бүлеге – Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙың ғилми-хеҙмәткәре. 1-се Төркмән ауылында әүҙем эшләп килгән ирекмәндәр төркөмөн дә етәкләй ул. Гуманитар ылау әҙерләү, маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре эшләү бер-нисә йыл рәттән даими рәүештә башҡарылып килә. “Ауылыбыҙ халҡы, яҡташтарыбыҙ әүҙем, ыңғай. Шуға күрә эшебеҙ ҙә ырамлы” – ти яҡташтары менән ғорурланып Зәлиә. Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы донъя күргән “Ирәндек яугирҙәре” китабы авторҙарының береһе булыуы ла уның илһөйәр шәхес булыуы тураһында һөйләй. Мәғлүмәт туплаусы ижади төркөм Ирәндек буйында урынлашҡан Моҫтай, Атаңғол, Ғәҙелша, 1-се һәм 2-се Төркмән, 1-се һәм 2-се Моҡас, Абҙаҡ, Әхмәр, Казанка ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарман яу юлдарын китап итеп сығарыуға өлгәшкән. Олатайҙар тарихын ҙур хазина итеп киләсәк быуынға тапшырғандар. Башҡорт филологияһы факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих фәне уҡытыусыһына уҡыған Зәлиә киләсәктә ауылының шәжәрәһен, тарихын тәрәндән өйрәнеүҙе үҙенең төп бурысы итеп һанай.
Дүрт балаға атай менән әсәй бөгөн Бүләкәновтар. Уларға халҡыбыҙ йолаларына, аҡылына таянып матур, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышалар. Әлбиттә, был осраҡта ике яҡлап олатай-өләсәйҙәрҙең дә роле ҙур. Улар бәләкәстәрҙе үҫтерешкәндә күҙ-ҡолаҡ ҡына булып тормай, ә үҙҙәре артынан эйәртеп ҡул араһына керергә лә өйрәтә. Ғөмүмән, үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Бүләкәновтар уларҙың бала сағы ла бер мәл генә икәнен яҡшы аңлай һәм форсат сыҡҡан һайын бергәләп нимәлер эшләргә, тәбиғәткә сығырға атлығып торалар. Һүрәт төшөрөргә, йырларға яратҡан ун дүрт йәшлек Рәлиә менән ҡурайҙа уйнаған, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейегән ун бер йәшлек Илдан Сибай гимназия-интернатында белем алалар. Ә компьютер телен яҡшы аңлаған ун өс йәшлек Ильяс Төркмән дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы. Алты йәшлек Ғәлиә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
“Донъя кимәлендә ҙур эшҡыуарҙарҙың биографияһына күҙ һалһаң да, уларҙың уңыштары – йылдар дауамында тирҙәрен түгеп эшләгән хеҙмәте икәнен күрергә мөмкин. Ысынлап та, барыһы ла бер көндә генә килеп сыҡмай. Тырышырға, эшләргә, өйрәнергә, был өлкәлә уңыштарға ирешкәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Кешенең уйы ла шул хәтлем көслө нәмә. Уйығыҙҙа йөрөткән эште, изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Шул ваҡытта барыһы ла килеп сығасаҡ. Иң мөһиме ҡаршылыҡтар алдында башығыҙҙы эйеп туҡтап ҡалмағыҙ. Килеп сығамы-юҡмы, бәләкәс кенә аҙымдар менән маҡсатығыҙға ҡаршы барығыҙ. Беҙҙең башланғысты хуплаусы, ярҙам итеүсе яҡындарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ булыуы ла ышаныс өҫтәй. Башҡорт халҡының боронғо кәсептәрен тергеҙеү – ул асылыбыҙға ҡабаттан әйләнеп ҡайтыуҙың бер ысулы. Йылҡысылыҡҡа тотоноуыбыҙ тап шул уйҙан сығып эшләнде лә инде”, – ти Бүләкәновтар.
Халҡына хеҙмәт итеүҙе, үҙҙәренә лайыҡлы алмашсылар үҫтереүҙе төп маҡсаты итеп алған Зәлиә менән Илдар Бүләкәновтарға уңыштар теләйбеҙ. Илдең терәге лә, таянысы ла бит ул ауыл кешеһе.