

Өфөлә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының сираттағы уйыны уҙҙы. "Салауат Юлаев" үҙ боҙонда Мәскәүҙең «Динамо»һын ҡабул итте. Булиттар буйынса 3:2 (1:0, 0:0, 1:2, 0:0, 1:0, 1:0) иҫәбе менән беҙҙекеләр еңеү яуланы.
Беренсе осорҙа 19-сы минутта иҫәпте өфөләрҙең һаҡсыһы Райан Мёрфи Станислав Бочаров һәм Сергей Шмелёвтың тапшырыуҙарынан асты.
Икенсе осорҙа командалар гол индермәне.
Өсөнсө осор башында Владислав Картаев һәм Глеб Кузьмин ебәргән тапшырыуҙарҙан Алексей Пустозёров иҫәпте икеләтә арттырҙы. Өсөнсө осорҙоң 17-се минутында «Динамо» һөжүм итеүсеһе Павел Кудрявцев Дмитрий Рашевскийҙың тапшырыуынан иҫәптә ҡалышыуҙы ҡыҫҡартты.
Өсөнсө осор тамамланыуға бер секунд ҡалғас ҡунаҡтарҙың форварды Максим Джиошвилиҙы Джордан Уилдың һәм Бреннан Менелланың тапшырыуҙарынан иҫәпте тигеҙләне. Буллиттар серияһында хужалар еңеү яуланы. Николай Кулёмин иҫәбендә еңеү шайбаһы. Афарин, юлаевсылар! Сираттағы еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=«Салават%20Юлаев»%20дома%20обыграл%20московское%20«Динамо»%20в%20КХЛ%20«Салават%20Юлаев»%20по%20буллитам%20одержал%20победу%20над%20московским%20«Динамо»%20в&pos=0&img_url=http%3A%2F%2Favatars.dzeninfra.ru%2Fget-ynews%2F5234227%2F2c9dc10107060e1b8e1a5b9967ee78dc%2F992x496&rpt=simage&lr=172