+21 °С
Болотло


Башҡортостан каратистары каратэ буйынса "Европа-Азия" бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара ярыштарында 32 миҙал яуланы. Был хаҡта республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ярыштар Ырымбурҙа "Ырымбур" спорт-мәҙәни комплексы базаһында үтте. Еңеү өсөн Рәсәйҙең 22 төбәгенән йәмғеһе 800-ҙән ашыу ҡатнашыусы, шулай уҡ Башҡортостан спортсылары көс һынашты.
Башҡортостан каратистары, 6 алтын, 8 көмөш һәм 18 бронза миҙал яулап, бик яҡшы команда һөҙөмтәһе күрһәтте.