Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
23 Октябрь 2022, 17:15

Бөрйәндәр Мәскәүҙә лә мах бирмәй

Халыҡ-ара турнирҙа Байназар егеттәре уңышлы сығыш яһаны. 

Бөрйәндәр Мәскәүҙә лә мах бирмәйБөрйәндәр Мәскәүҙә лә мах бирмәй
Бөрйәндәр Мәскәүҙә лә мах бирмәй

 22 октябрҙә  Мәскәүҙә  грэпплинг һәм грэпплинг-ги буйынса халыҡ-ара спорт көрәше лигаһының "Blood&Sweat - КРОВЬЮ И ПОТОМ 53: ЛЕГЕНДЫ" ҙур асыҡ турниры уҙҙы.

Унда  бөтә дәүләттәр һәм Рәсәй төбәктәренән төрлө йәш категорияларына ҡараған спортсылар ҡатнашты.

Был турнир UNITED WORLD WRESTLING (UWW) Халыҡ-ара Көрәш ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ҡағиҙәләре буйынса ойошторолдо һәм үткәрелде.

Көрәш буйынса 18 йәше тулған һәм унан өлкән ир-егеттәр араһында Байназар егеттәре Рәфил Байназаров (2003 йылғы, ауырлығы 58 кг) 2-се урын һәм Илнар Буранбаев (1996 йылғы, ауырлығы 66 кг) 2-се урын алыуға өлгәштеләр.
Афарин!

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 

Автор:
Читайте нас