+21 °С
Облачно


Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчында "Салауат Юлаев" үҙ боҙонда "Аҡ Барыҫ"ты 4:1 иҫәбе менән еңде.
Өфө клубында Сергей Шмелев ике шайбаһын индерҙе, Иван Дроздов һәм Владислав Картаев үҙ иҫәптәренә берәр мәрәй яҙҙы. Ҡазандар Михаил Глуховтың шайбаһы менән яуап бирҙе.
"Салауат" 22 уйында 31 мәрәй йыйып, "Көнсығыш"та өсөнсө баҫҡысты биләй. "Аҡ Барыҫ" "Көнсығыш"та етенсе баҫҡысты биләй. Олег Знарка командаһы 22 матчтан һуң 22 мәрәй йыйған.
Быйылғы миҙгелдә командалар өс тапҡыр осрашты, Виктор Козловтың тәрбиәләнеүселәрендә ике еңеү һәм бер еңелеү.