+21 °С
Болотло


Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчы тамамланды. Унда "Салауат Юлаев" үҙ боҙонда Астананың "Барыҫ"ын 5:1 иҫәбе менән еңде.
Өфө клубы составында Степан Санников, Данил Алалыкин, Сергей Шмелев, Александр Хмелевский һәм Алексей Пустозеров шайба индерҙе. Улар Егор Петуховтың голы менән яуап бирҙе.
Шулай итеп, "Салауат Юлаев" бер-бер артлы алтынсы еңеү яуланы һәм 33 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһының икенсе баҫҡысына күтәрелде. "Барыҫ" 23 мәрәй менән алтынсы баҫҡыста тора.