

Белорет районы Абҙаҡ ауылынан унынсы класс уҡыусыһы Эвелина Йомағолова билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә иң яҡшыһы булды. 15-17 йәштәрҙәге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында ярыш ҡазанда үтте. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
Чиновник Эвелинаның ғаиләлә биш баланан иң өлкәне булыуы хаҡында һөйләне. Өйҙәге ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән тыш, ул мәктәптә яҡшы уҡырға, көрәш һәм волейбол буйынса күнекмәләргә йөрөргә өлгөрә.
Билбау көрәше менән мәктәп уҡыусыһы тренер Салауат Дауытов етәкселегендә бишенсе кластан шөғөлләнә башлаған. Бер нисә тапҡыр билбау көрәше буйынса республика ярыштарында еңеүсе булған, был Эвелинаға Башҡортостандың йыйылма командаһы составына инергә мөмкинлек биргән.
Былтыр спортсы беренселектә ҡатнашып, бишенсе урынды алғайны. Быйыл иһә алтын миҙалға лайыҡ булды.
"Еңеү еңелдән булманы, ярышташтар бик көслө. Бында тренерымдың ҡаҙанышы ҙур. Мин Салауат Ғәзиз улына миңә күп көс һалғаны өсөн рәхмәтлемен. Киләсәктә спорт менән ныҡышмалы шөғөлләнергә ниәтләнәм, тағы ла донъя беренселегенә барырға һәм йәнә еңеү яуларға тырышасаҡмын", - тип уртаҡлашты Башҡортостандан йәш спортсы.
"Башинформ".