Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
8 Ноябрь 2022, 15:50

Башҡортостан спортсыһы бөтә стилдәге каратэ буйынса донъя чемпионатында алтын яуланы

Башҡортостан йыйылма командаһы составында 55 спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан спортсыһы бөтә стилдәге каратэ буйынса донъя чемпионатында алтын яуланыБашҡортостан спортсыһы бөтә стилдәге каратэ буйынса донъя чемпионатында алтын яуланы
Башҡортостан спортсыһы бөтә стилдәге каратэ буйынса донъя чемпионатында алтын яуланы

Үҙ спорт төрөнөң иң көслө вәкилдәре исеменә Рәсәйҙән, Төркиәнән, Грециянан,аҙағстандан, Ирандан, Пакистандан, Әрмәнстандан, Абхазиянан, Белоруссиянан һәм Көньяҡ Осетиянан 1500-ҙән ашыу спортсы көс һынашты.

"Һаҡланыу сараларында тулы контакт" дисциплинаһында беҙҙең Храмова Виктория еңеү яуланы.

Ярыш йомғаҡтары буйынса спортсыларыбыҙ донъя чемпионатында 1 алтын, 1 көмөш һәм 3 бронза миҙал һәм беренселектә 5 алтын, 7 көмөш һәм 8 бронза миҙал яуланы, тип хәбәр итә төбәк Спорт министрлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас