

"Салауат Юлаев" Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчында "Барыҫ"тан еңелде (0:2). "Салауат Юлаев" командаһы еңелеп, Көнсығыш конференцияһын етәкләү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырҙы.
Икенсе егерме минутлыҡтың һуңғы минутында беренсе шайбаны һөжүм итеүсе Егор Петухов индерҙе. Икенсе голды ҡунаҡтар, өфөләр ҡапҡасыны уйынсыға алмаштырғас, буш ҡапҡаға индерҙе.
"Салауат Юлаев" 29 матчтан һуң 40 мәрәй йыйып, Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында икенсе урынды биләй. "Барыҫ" 30 уйында 28 балл менән һигеҙенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Фото: https://gorobzor.ru/novosti-sporta/hokkey/175579-salavat-vsuhuyu-proigral-barysu.