Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
21 Ноябрь 2022, 16:46

"Салауат Юлаев" еңелеүҙәр серияһын оҙайтты

Киләһе уйын - "Металлург" менән.

"Салауат Юлаев" еңелеүҙәр серияһын оҙайтты"Салауат Юлаев" еңелеүҙәр серияһын оҙайтты
"Салауат Юлаев" еңелеүҙәр серияһын оҙайтты

Астанала Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының даими Фонбет миҙгеле сиктәрендәге матч тамамланды. "Барыҫ" үҙ боҙонда "Салауат Юлаев"ты ҡабул итте. 4:1 (1:0, 0:0, 3:1) иҫәбе менән хужалар еңеү яуланы.

Уйындың өсөнсө минутында иҫәпте Никита Михайлис һәм Нельсон Ножье тапшырыуҙарынан Астананың "Барыҫ" клубы һөжүм итеүсеһе Кирилл Савицкий асты.

Икенсе осорҙа командалар гол индермәне. 

Өсөнсө осорҙоң етенсе минутында хужаларҙың икенсе шайбаһын Джереми Бракко Энтони Луис һәм Антон Сагадеевтың тапшырыуҙарынан индерҙе. Ике минуттан ҡунаҡтарҙың берҙән-бер шайбаһын Иван Дроздов индерҙе. Өсөнсө осорҙоң 15-се минутында Никита Михайлис һәм Линден Вейҙың тапшырыуҙарынан Кирилл Савицкий хужаларҙың өсөнсө шайбаһын индерҙе. Осрашыу аҙағында иҫәпте Линден Вей асып, буш ҡапҡаға индереп уйынды йомғаҡлап ҡуйҙы.

Фото: https://www.championat.com/hockey/news-4900081-salavat-yulaev

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас