Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
25 Ноябрь 2022, 16:32

Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!

Бөгөн “Салауат Юлаев”  командаһы   "Автомобилист" менән осрашты.

Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!
Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!

"Салауат Юлаев" командаһы үҙ боҙонда "Автомобилист"ты еңеп алты тапҡыр еңелеүҙән торған серияны туҡтатты.

Өфөләге «Өфө-Арена» стадионында Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының сираттағы уйыны уҙҙы. Унда урындағы «Салауат Юлаев» Екатеринбургтың «Автомобилист»ын ҡабул итте. Осрашыу овертаймда 3:2 (0:0, 2:1, 0:1) иҫәбе менән хужаларҙың еңеүе менән тамамланды.

Хужалар араһынан төп ваҡытта Данил Аймурзин һәм Шакир Мөхәмәҙуллин уңышҡа өлгәште.

Сергей Зборовский һәм Даниил Тарасов башҡарыуында ҡунаҡтар шайбалар менән яуап бирҙе.

Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатының киләһе уйынында "Автомобилист" 28 ноябрҙә Екатеринбургта "Барыҫ" менән уйнай. 27 ноябрҙә "Салауат Юлаев" "Металлург"ты ҡабул итә.

Фото: https://vk.com/hcsalavat?z=photo-45995544_457333635%2Fwall-45995544_775603

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас