Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Спорт
26 Ноябрь 2022, 05:46

Миҙгелде еңеү менән башланылар

«Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә параллель дисциплиналарҙа сноуборд буйынса 2022-2023 миҙгелендәге беренсе бөтә Рәсәй ярыштары үтте.

Миҙгелде еңеү менән башланыларМиҙгелде еңеү менән башланылар
Миҙгелде еңеү менән башланылар

Башҡортостан спортсылары «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә үткән сноуборд буйынса беренсе бөтә Рәсәй ярыштарында миҙалдар яуланы. Был хаҡта республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә параллель дисциплиналарҙа сноуборд буйынса 2022-2023 миҙгелендәге беренсе бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе һәм дәүләт бюджет учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте - спортсыларыбыҙ 8 миҙал яуланы.

2008-2009 йылғы ҡыҙҙар Беренсе урын - Ғәбдүшева Амалия (тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе)

Юниоркалар 2003-2007 Беренсе урын - Ғәсимова Адэлия (БР Дәүләт социаль университетының Олимпия резервы спорт мәктәбе)

2003-2007 йылғы юниорҙар. Беренсе урын - Мартынов Всеволод (БР Дәүләт социаль университетының Олимпия резервы спорт мәктәбе)

2010-2012 йылғы ҡыҙҙар. 2-се урын - Хакова Самира (тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе)

2008-2009 йылғы ҡыҙҙар. 2-се урын - Иҙрисова Дарья (БР Дәүләт социаль университетының Олимпия резервы спорт мәктәбе)

2003-2007 йылғы юниорҙар. Беренсе урын - Мартынов Всеволод (БР Дәүләт социаль университетының Олимпия резервы спорт мәктәбе)

2010-2012 йылғы малайҙар. 2-се урын - Скобенко Максим (тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе)

2010-2012 йылғы ҡыҙҙар. 2-се урын - Хакова Самира (тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе)

Миҙгелдең уңышлы башланыуы менән ҡотлайбыҙ!

Фото: Башҡортостан Республикаһының спорт министрлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас