+21 °С
Болотло


Ишембай ҡалаһынан Физалиә Сәғиҙуллина ҡул алышы буйынса Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яулаған! Ярыш Рязань ҡалаһында үткән, унда илдең 44 төбәгенән бөтәһе 232 спортсы ҡатнашҡан.
Ҡыҙҙар араһында 48 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Ишембай ҡалаһы спортсыһы Физалиә Сәғиҙуллина Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булған. Был уңышы уны 2023 йылдың июнендә Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үтәсәк донъя чемпионатына оҙата.
Фото: Башҡортостаным/яңылыҡтар.