+22 °С
Ямғыр


Омскиҙа Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчы тамамланды. Унда урындағы "Авангард" "Салауат Юлаев" командаһынан еңелде (1:3)
Юлаевсылар араһында шайбалар менән Алексей Пустозёров, Григорий Панин һәм Александр Хмелевски билдәләнде. Хужаларҙан берҙән-бер гол – Семён Чистяков иҫәбендә.
"Салауат Юлаев" 49 мәрәй менән Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында дүртенсе урында килә.