

Хәйбулла районы Иләс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ошолай ял итә.
"Ҡош-ҡорт өмәләре тамамланды, мал-тыуар ҡураға инде, хәҙер инде бер аҙ үҙебеҙҙең сәләмәтлеккә ваҡыт бүлер мәл етте,- ти Иләс ауылы ҡатын - ҡыҙҙары. Китапхана эргәһендә ауыл фельдшеры Шәһиҙә Саҙритдин ҡыҙы Ғәббәсова ауылдаштары өсөн спорт түңәрәген ойоштороп ебәргән. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр йыйылып, ауыл һылыуҙары төрлө күнекмәләр ярҙамында тәндәрен яҙа, рәхәтләнеп ял итә.
Матдәләр һәм энергия алмашыныу процестарын тиҙләтеү, мускул корсетын нығытыу, бәйләү аппаратының һығылмалылығын арттырыу, хәрәкәттәрҙең координацияһын яҡшыртыу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаларын күнектереү,
һ.б. бихисап файҙаһы бар икән был күнекмәләрҙең.
Уларҙы башҡарғанда йога тураһында китаптар һәм төрлө әҙәби шиғырҙар, хикәйәләр ҙә тыңлай икән дәртле һылыуҙар".
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ