Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Декабрь 2022, 20:08

Башҡортостанда киләһе йылдан ауыл тренерҙарына 1 миллион һумғаса аҡса түләнә башлай

«Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә 104 белгескә 600-шәр мең һум аҡса түләнгән.

Башҡортостанда киләһе йылдан ауыл тренерҙарына 1 миллион һумғаса аҡса түләнә башлай
Башҡортостанда киләһе йылдан ауыл тренерҙарына 1 миллион һумғаса аҡса түләнә башлай

Башҡортостанда спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына, айырыуса ауыл ерендә эшләгәндәргә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә 104 белгескә 600-шәр мең һум аҡса түләнгән. Киләһе йылдан гранттың суммаһы миллион һумға тиклем арттырыла, тине Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында.

«Беҙҙең тренерҙар 76 Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындары чемпионын һәм призерын тәрбиәләгән. Билдәле спортсыларыбыҙға һәм уларҙың остаздарына ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарар ҡабул иттек. Киләһе йылдан улар миллион һум ала башлай. Олимпия, Паралимпия йәки Сурдлимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына республиканан айлыҡ түләүҙәр (чемпиондарға, көмөш һәм бронза призерҙарға «ғүмерлек стипендиялар»  – 30, 25 һәм 20 мең һум) тәғәйенләнә.

Республиканан матди яҡтан дәртләндереү ҡаралған ярыштар исемлеген киңәйттек. Хәҙер унда Бөтә Рәсәй спартакиадалары ла бар. Быға тиклем Рәсәй чемпионаттары индерелгәйне», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото:Олег Яровиков

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-12-15/v-bashkirii-selskie-trenery-so-sleduyuschego-goda-budut-poluchat-do-1-mln-rubley-3073948

Автор:
Читайте нас: