Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Декабрь 2022, 22:30

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы еңеү яуланы

Салауат Юлаев хоккей клубы һөжүм итеүсеһе Александр Кадейкиндың голы Рәсәй йыйылмаһына Беренсе канал кубогында еңеүҙән башланырға ярҙам итте.

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы  еңеү яуланы
Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы еңеү яуланы

Рәсәй йыйылмаһы Беренсе канал кубогында 6:2 иҫәбе менән Көньяҡ-Көнбайыш командаһын еңде.

Рәсәй командаһы составында һөжүм итеүселәр Константин Окулов, Максим Джиошвили, Александр Кадейкин, Дмитрий Воронков (ике тапҡыр) һәм Кирилл Семенов гол индерҙе.

Беренсе канал кубогы кесе йома көндө Белоруссия һәм Ҡаҙағстан йыйылмалары араһындағы матч менән башланды, уйын белорустарҙың еңеүе менән 4:1 иҫәбе менән тамамланды.

Рәсәй йыйылмаһы беренсе урынды биләй, Белоруссия командаһы - икенсе баҫҡыста, Ҡаҙағстан турнир таблицаһының аҙағында килә. Турнирҙың һуңғы матчында Рәсәй йыйылмаһы белорустар менән 18 декабрҙә уйнаясаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: