Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Декабрь 2022, 13:18

Бишбүләктә - спорт секцияһы

Физик культура институтын тамамлағандан һуң, ул тренер булырға ныҡлы ҡарар иткән.

Бишбүләктә - спорт секцияһы
Бишбүләктә - спорт секцияһы

Бишбүләк районынан хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел Илһам Әхмәтшин төбәктә көрәш буйынса спорт секцияһын асып ебәргән. Физик культура институтын тамамлағандан һуң, ул тренер булырға ныҡлы ҡарар иткән. Быйыл июндә ул «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зариповҡа район үҙәгендә балаларҙы көрәшкә өйрәтеү буйынса секция асыу проекты менән мөрәжәғәт иткән.

Район хакимиәте бина менән ярҙам иткән һәм ағымдағы йылдың сентябрендә Бишбүләктәге 3-сө мәктәптең спорт залында секция асылған. Дәрестәр өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдарҙы Илһам Әхмәтшин Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән аҡсаға һатып алған.

Көрәш буйынса секция район халҡы араһында бик популяр. Илһам Әхмәтшин етәкселегендә алтмыштан ашыу бала шөғөлләнә. Уның тәрбиәләнеүселәре ноябрҙә зона ярыштарында еңеү яуланы. 2023 йылда тренер Социаль эшҡыуарҙар реестрына инергә һәм грантҡа ғариза бирергә ниәтләй.

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir?z=photo-109622739_457319768%2Fwall-109622739_58866

Автор:
Читайте нас: