Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Декабрь 2022, 21:39

"Салауат Юлаев" овертаймда "Автомобилист"ты еңде

Киләһе уйынды Өфө командаһы 28 декабрҙә Силәбелә "Трактор"ға ҡаршы уҙғара.

"Салауат Юлаев" овертаймда "Автомобилист"ты еңде
"Салауат Юлаев" овертаймда "Автомобилист"ты еңде

Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчында «Салауат Юлаев» Өфөлә «Автомобилист»ты еңде (3:2 ОТ).

Өфө клубы составында Данил Башкиров һәм Степен Санников шайба индерҙе. Шулай уҡ ҡунаҡтар Анатолий Голышевтың һәм Сергей Широковтың голдары менән яуап бирҙе.

Төп ваҡытта командалар еңеүсене асыҡлай алманы, ә овертаймда Башҡортостан командаһына еңеүҙе Сергей Шмелев килтерҙе.

Өфөләр 43 матчтан һуң, 53 мәрәй йыйып, Көнсығыштың бишенсе урынында килә. Екатеринбург командаһы 43 осрашыуҙа 60 балл менән конференцияның тәүге баҫҡысын биләй.

Киләһе уйынды «Салауат» 28 декабрҙә Силәбелә «Трактор»ға ҡаршы уҙғара.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: