Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2023, 13:07

Әбйәлил районы ғаиләһе Өфөлә еңеү яуланы

Спорт яратҡан ғаилә районда үткән төрлө спорт сараларында ла әүҙем, күптәргә өлгө.

Әбйәлил районы ғаиләһе Өфөлә еңеү яуланы
Әбйәлил районы ғаиләһе Өфөлә еңеү яуланы

Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2023» республика фестиваленең финалы уҙҙы. Унда 66 ғаилә командаһы ҡатнашты.

Әбйәлил районынан Килдейәровтар ғаиләһе яңы йыл ғаилә уйындары еңеүселәре булды, икенсе урынды Яңауылдан Изибаевтар командаһы яуланы, өсөнсө урында - Йылайыр районынан Вәлиевтар.  Килдейәровтар ғаиләһе "Танып" ял йортона путевка менән бүләкләнде.

Эльмира һәм Илһам Килдейәровтар 4-се класта уҡыған улдары Әҙеһәм менән ҡатнашты. Спорт яратҡан ғаилә районда үткән төрлө спорт сараларында ла әүҙем, күптәргә өлгө.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-01-22/v-ufe-pobeditelem-novogodnih-semeynyh-igr-stala-semya-iz-abzelilovskogo-rayona-3114496

Фото:Валерий Шахов

Автор:
Читайте нас: