Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Спорт
25 Января 2023, 16:22

"Салауат Юлаев" овертаймда "Аҡ Барыҫ"ты еңде

Был уйын плей-офтан бер ҙә кәм булманы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Салауат Юлаев" овертаймда "Аҡ Барыҫ"ты еңде"Салауат Юлаев" овертаймда "Аҡ Барыҫ"ты еңде
"Салауат Юлаев" овертаймда "Аҡ Барыҫ"ты еңде

«Салауат Юлаев» Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчында «Аҡ Барыҫ»ты 2:1 (ОТ) иҫәбе менән еңде.

Өфө клубы составында Сергей Шмелев шайба индерҙе. Ҡазандар Василий Токрановтың голы менән яуап бирҙе.

Төп ваҡыт 1:1 иҫәбе менән тамамланды, ә овертаймда хужаларға Александр Хмелевский еңеү килтерҙе.

Өфөлөләр Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында алтынсы бара. Виктор Козлов командаһы 55 уйындан һуң 65 мәрәй йыйған. Ҡазандар, 55 матчта 69 мәрәй йыйып, Көнсығышта дүртенсе урынды биләй.

Киләһе уйынды «Салауат» 27 ғинуарҙа Өфөлә «Северсталь»ға ҡаршы үткәрәсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас