Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2023, 13:15

Бикбулат - "Рәсәй саңғы юлы-2023" майҙаны

"Иң өлкән саңғысы" номинацияһында 87 йәшлек Миңзаһир олатай Алдашев билдәләнде. Ғүмер буйы тиерлек һунарсы саңғыһын сисмәгән олатай спорт саңғыһында ла оҫта йөрөй. 

Бикбулат - "Рәсәй саңғы юлы-2023" майҙаны
Бикбулат - "Рәсәй саңғы юлы-2023" майҙаны

 "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы  Бикбулатта байтаҡ спорт ярыштары үткәрелде. Бөгөн иһә ул район саңғысыларын ҡаршы алды. 

"Иң өлкән саңғысы" номинацияһында 87 йәшлек Миңзаһир олатай Алдашев билдәләнде. Ғүмер буйы тиерлек һунарсы саңғыһын сисмәгән олатай спорт саңғыһында ла оҫта йөрөй. 
- Хәрәкәттә -бәрәкәт. Бала саҡтан әүҙем булһаң, ҡартайғас та бирешмәйһең. Һаулыҡ булғанда йөрөйөм әле, -ти ул. 

Баланы бишектән тәрбиәлә, ти халыҡ мәҡәле. Спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу ҙа сабый аңына әйләнә-тирә мөхит, яҡындары аша һеңә.
Саңғы ярышындағы өс йәшлек Сәйфуллина Әминә бөгөн иң бәләкәй саңғысы булараҡ бүләкләнде. 

Рәсәй саңғы юлы-2023" ярышында Мораҡ башҡорт гимназияһының 1 класс уҡыусыһы Әкимбаев Ансар үҙ тиңдәштәре араһында беренсе урын яуланы!  Әйткәндәй, тырыш малай спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғы.

Сығанаҡ: "Мораҙым"

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: