Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль 2023, 21:18

Пустозеровтың икенсе шайбаһы «Салауат Юлаев»ҡа «Автомобилист»ты еңергә ярҙам итте

Киләһе уйынды өфөләр 24 февралдә Новосибирскиҙа «Себер»гә ҡаршы үткәрәсәк.

Пустозеровтың икенсе шайбаһы «Салауат Юлаев»ҡа «Автомобилист»ты еңергә ярҙам итте
Пустозеровтың икенсе шайбаһы «Салауат Юлаев»ҡа «Автомобилист»ты еңергә ярҙам итте

Екатеринбургта «Автомобилист» менән «Салауат Юлаев» араһында КХЛ-дың даими чемпионаты матчы тамамланды. Осрашыу ҡунаҡтарҙың еңеүе менән тамамланды.

Өфө клубында Алексей Пустозеров ике шайба индерҙе. Майҙан хужалары Брукс Мэйсектың голы менән яуап бирҙе.

Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре әле 66 матчтан һуң 82 мәрәй йыйған һәм Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында дүртенсе урынды биләй. Екатеринбург уйынсылары, 66 уйынға 81 балл йыйып, бишенсе баҫҡыста килә.

Киләһе уйынды өфөләр 24 февралдә Новосибирскиҙа «Себер»гә ҡаршы үткәрәсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: