Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2023, 14:31

"Салауат Юлаев" Гагарин кубогы өсөн алыштан төшөп ҡалды

Быйылғы миҙгел өсөн рәхмәт!

"Салауат Юлаев"  Гагарин кубогы өсөн алыштан төшөп ҡалды
"Салауат Юлаев" Гагарин кубогы өсөн алыштан төшөп ҡалды

«Салауат Юлаев» Гагарин кубогының беренсе раунды серияһының алтынсы матчында «Адмирал»дан 2:3 иҫәбе менән еңелде.

Беренсе осор аҙағында уйында иҫәпте Өфө клубы һөжүм итеүсеһе Александр Хмелевский асты. «Адмирал» икенсе осорҙо бик ҡыҙыу үткәреп, яуапһыҙ ике шайба индерҙе. Өсөнсө осор уртаһында Хмелевский йәнә уңышҡа өлгәште һәм иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө осор аҙағында Антон Берлёв уңышҡа өлгәште һәм Владивосток командаһына еңеү алып килде.

«Адмирал» 4:2 иҫәбе менән серияла еңеүсе булды һәм Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһының ярымфиналына сыҡты. Владивосток клубы үҙ тарихында тәүгә Континенталь хоккей лигаһы плей-оффының беренсе раундын уҙҙы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: