Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март 2023, 09:20

Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында бронза яуланы

Урал Хәсәновҡа 16 йәш, әммә ул Рәсәйҙең иң яҡшы уйынсыларының береһе тип танылған.

Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында бронза яуланы
Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында бронза яуланы

 

Өфөнөң «Толпар» шахмат клубы тәрбиәләнеүсеһе Урал Хәсәнов шахмат композицияһы буйынса Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яуланы. Йәш шахматсы 71 мәрәй йыйып, илдең яңы чемпионы, Санкт-Петербургтан 24 йәшлек гроссмейстер Алексей Поповтан һәм икенсе урынды алған Мәскәү гроссмейстеры Данил Павловтан бер нисә балға ғына ҡалышты.

Урал Хәсәновҡа 16 йәш, әммә ул Рәсәйҙең иң яҡшы уйынсыларының береһе тип танылған. 2023 йылда спортсы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә шахмат композицияһы буйынса донъя чемпионатында көмөш призёр булды.

«Рәсәйҙең 33 шахмат композицияһы оҫтаһы сығыш яһаған чемпионатта бронза миҙал йәш талантлы спортсының юғары кимәлен тағы ла бер тапҡыр раҫланы»,  — тип  белдерҙеләр «Башинформ»ға.

Эдурад ҠУСҠАРБӘКОВ. 

Фото:«Толпар» шахмат клубы

Автор:
Читайте нас: