Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2023, 12:45

Сибай ҡыҙы Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе

 Еңеүсене ҡотлап, уға артабан да уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ! 

Сибай ҡыҙы Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе
Сибай ҡыҙы Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе

Сибай филиалының тәбиғи фәндәр һәм математика факультетының өсөнсө курс студенты Зарина Исламова үҙенең ауырлыҡ категорияһында тай боксы буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе булған һәм Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән.

Әле ҡыҙ май айында Таиландта (Бангкок) үтәсәк Донъя Чемпионатына әҙерләнә.

Рәсәйҙең спорт мастеры кандидаты Зарина Исламова — Сибай ҡалаһының «Ҡара аждаһа» яугирлыҡ сәнғәте клубы тәрбиәләнеүсеһе, хәҙер ҡыҙ үҙе йәш спортсыларҙы әҙерләй. 11 йәшенән тай боксы менән шөғөлләнә һәм күп наградаларға эйә. Әйтәйек, Ул Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы, тай боксы һәм кикбоксинг буйынса республика һәм төбәк-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призёры, «Берҙәмлек Кубогы» еңеүсеһе (Түбәнге Новгород).

 Еңеүсене ҡотлап, уға артабан да уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ

Автор:
Читайте нас: