

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Өфөнөң «Толпар» шахмат мәктәбендә булды һәм беренсе класс уҡыусыһы-чемпион менән уйнаны. Ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә шахматҡа булған күптәнге һөйөүе хаҡында һөйләне.
«Күп йылдар шахмат уйнайым. Һындар менән таҡта уйҙарҙы тәртипкә килтерә һәм иғтибарҙы тупларға ярҙам итә. Шахмат менән профессиональ шөғөлләнгән бөйөк рус композиторы Сергей Прокофьев был уйынды «Музыка фекере» тип атаған. Әйткәндәй, был спорт төрө менән бөтә ғаиләбеҙ мауыға. Ейәнсәрем дә ышаныслы уйнай.
Видеола Өфөнән ете йәшлек Реана Кинйәбулатова - уҡыусылар араһында шахмат буйынса донъя чемпионатында көмөш призер, «Толпар» клубының һәләтле уҡыусыһы», - тип яҙҙы ул.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-29/premier-ministr-bashkirii-sygral-v-shahmaty-s-semiletney-chempionkoy-3239733