+24 °С
Ямғыр


Нижегород өлкәһенең «Изумрудное» спорт-сәләмәтләндереү базаһында насар ишетеүсе спортсылар араһында бадминтон буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Башҡортостан бадминтонсыһы чемпион булды.
Атҡаҙанған спорт мастеры Хәкимова Карина яңғыҙ һәм ҡатын-ҡыҙҙар парлы разрядында алтын яуланы. Ул шулай уҡ ҡатнаш парлы разрядта көмөш миҙал яуланы.
Башҡортостандың Спорт министрлығы билдәләүенсә, беҙҙең республика командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса икенсе урын алған.
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте