Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Спорт
16 Май 2023, 06:45

Башҡорт ҡыҙҙары мах биреп торамы!

Хәҙер улар  донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ. 

Башҡорт ҡыҙҙары мах биреп торамы!Башҡорт ҡыҙҙары мах биреп торамы!
Башҡорт ҡыҙҙары мах биреп торамы!

Рәсәй беренселеге алтыны - беҙҙә!

Башҡортостан көрәшселәре августа Өфөлә үтәсәк Донъя беренселегенә туғыҙ юллама алды.

Алтын миҙал яулаусы спортсылар араһында Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә бар. Олимпия резервындағы спорт мәктәбе көрәшселәре Алтынай Әхмәтйәнова, Карина Заһиҙуллина, Эвелина Йомағолова үҙ категорияларында I урын яуланы.

Спортсыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, тренерҙары – Салауат Дауытовты Рәсәй беренселегендә яулаған наградалары менән ҡотлайбыҙ. Был Белорет спорт мәктәбенең ҙур еңеүе.

Донъя беренселегендә лә еңеүҙәр көтәбеҙ!

Эльвира ХӘМЗИНА.

Сығанаҡ: "Урал" гәзите.

Фото: "Урал" гәзите.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас