

Өфөнән шахматсы, «Толпар» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе Урал Хәсәнов Рәсәй Кубогында «алтын» һәм «көмөш» яулаған. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы яҙа. Урал тәүҙә Тверь ҡалаһында шахмат мәсьәләләрен сисеү буйынса опен-турнирҙа еңә. Һуңынан спортсы Рәсәй Кубогында көмөш миҙал яулай. Еңеү өсөн бөтә Рәсәйҙән 25 иң яҡшы спортсы көрәшә. Урал Мәскәүҙән Данил Павловтан ни бары 4 балға ҡалышҡан.
Алда 16 йәшлек Урал Хәсәновты тағы ла яуаплыраҡ турнир— Батумиҙа үҫмерҙәр араһында шахмат буйынса Европа чемпионаты (композиция), ул 5 июндә башлана. Уның менән бергә шахмат буйынса йәштәр араһында тағы бер спортсы 14 йәшлек Ләйлә Табермакова ла ҡатнаша.
Фото:СК «Толпар»
Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.