Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Спорт
24 Июнь 2023, 11:45

Афарин, Захар!

200 метр арауыҡҡа йүгереүҙә яҡташыбыҙға етеүселәр булманы.

Афарин, Захар!Афарин, Захар!
Афарин, Захар!
Дыуан районының Мәсәғүт ауылы егете Захар Неустроев "Еңел атлетика спорты аҙналығы" Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙал яуланы. 200 метр арауыҡҡа йүгереүҙә яҡташыбыҙға етеүселәр булманы.

Еңел атлетика аҙналығы «Лужники» стадионында 5 июндән 10 июншә тиклем уҙҙы. Турнир Мәскәү спортының 100 йыллығына арналды. 60 һәм 100 метр арауыҡҡа йүгереү, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереү буйынса ярыштарҙа илдең иң көслө спортсылары ҡатнашты.
 
Автор:
Читайте нас