Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
25 Июль 2023, 05:01

“Беҙ бергә. Спорт”

Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары тантаналы асылды. 

“Беҙ бергә. Спорт”“Беҙ бергә. Спорт”
“Беҙ бергә. Спорт”

3 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары үтә. Ярыштар спорттың 21 төрө (бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипед спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляж волейболы, боулинг) буйынса үткәрелә. Сурдлимпия уйындары 18 спорт ҡоролмаһында һәм объектында үткәрелә.Өфөгә 30-ҙан ашыу илдән спортсылар килде. 

 

23 юиль көнө йәйге Сурдлимпия уйындары тантаналы асылды. Мәскәү һәм Өфө артистары әҙерләгән шоу барыһына ла оҡшаны.

Сурдлимпиясылар араһында почетлы ҡунаҡтар сығыш яһаны. Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн шарттар тыуҙырыу Рәсәйҙәге дөйөм милли өҫтөнлөктәренең береһе икәнлеге хаҡында һүҙҙәр ҙә бар ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала спорттың мөһим урын биләүе хаҡында әйтте. Йәйге Сурдлимпия уйындарына стартты Рәсәй һаңғырауҙар спорт федерацияһы президенты Дмитрий Ребров һәм Рәсәй йыйылма командаһының бадминтон буйынса спортсыһы-ағзаһы Карина Рокицкая бирҙе.

 

Фото:Валерий Шахов, Олег Яровиков - "Башинформ"

Автор:Загида Мусина
Читайте нас