Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
28 Июль 2023, 09:51

Республикабыҙ спортсылары иң шәптәре булды!

Йошкар-Ола ҡалаһында ойошторолған турнирҙа 40 иң яҡшы парашютсы ҡатнашты.

Республикабыҙ спортсылары иң шәптәре булды!Республикабыҙ спортсылары иң шәптәре булды!
Республикабыҙ спортсылары иң шәптәре булды!

Башҡортостан спортсылары парашют спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында иң шәптәре булды. Йошкар-Ола ҡалаһында ойошторолған турнирҙа Башҡортостандан, Марий Элдан, Татарстандан, Мәскәү, Свердловск, Һамар, Ульяновск, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Краснодар крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Мәскәүҙән 40 иң яҡшы парашютсы ҡатнашты.

Республикабыҙ командаһы «билдәләнгән урынға аныҡ төшөү» дисциплинаһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, команда, шулай уҡ шәхси иҫәптә миҙалдар яуланы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Башҡортостан-1» командаһы ағзалары Игорь Митюков, Илшат Карамов, Илнур Хәлиуллин алтын миҙалға лайыҡ булды. Ошо уҡ дисциплина буйынса шәхси иҫәптә Илнур Хәлиуллин икенсе урынды алды.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас