Шоңҡар
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2023, 19:45

Ике ҡулһыҙ ҡалһа ла

Афарин, Илназ! Ҡотлайбыҙ! Алда еңеүҙәрең тағы күп булһын!

Ике ҡулһыҙ ҡалһа ла
Ике ҡулһыҙ ҡалһа ла

 

Токтан һуғылғандан һуң ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов таяныу-хәрәкәт аппараты имгәнгән кешеләр араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яулаған. Спорт ярышы ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында үткән. Улының уңышы хаҡындағы ҡыуаныслы хәбәрҙе уның әсәһе, Зөлфиә Дәүләтова социаль селтәрҙә еткерә. 

«Республика йыйылма командаһы составында тәүге ярыштар. Һәм 1-се урын. Афарин, улым!» - тип яҙа ул.

Билдәле булыуынса, Илназ 100 метр алыҫлыҡҡа йүгереүселәр араһында алтын миҙал яулаған. Әммә үҫмерҙең ярышта ҡатнашыуы бының менән тамамланмай әле. Бөгөн ул 400 метр араға йүгереүҙә ярышасаҡ, ә иртәгә, ярыштың финал өлөшөндә, 200 метрға йүгерәсәк.

2021 йылдың 7 июлендә малай юғары вольтлы токтан һуғылды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, балалар футбол уйнап йөрөгән. Ҡайһылыр мәлдә туп трансформатор өҫтөнә менеп ятҡан. Малай уны алырға күтәрелгән. Һөҙөмтәлә шаһиттарҙың күҙ алдында көслө ҡеүәтле токтан һуғылған: ҡеүәте 5 мең вольттан алып 10 мең вольтҡа тиклем булған. Илназдың ҡулдары янған, уларҙы ҡотҡарыу мөмкин булмаған. Уҡыусыға бик күп һынауҙар аша үтергә, ҡул суҡтарын ҡырҡыу һәм тиреһен күсереп ултыртыу буйынса алты ҡатмарлы операция кисерергә тура килде. Әммә Илназ барыһын да еңеп сыҡты. Уға ғаиләһе, шулай уҡ Рәсәйҙән генә түгел, башҡа илдәрҙән битараф булмаған кешеләр ярҙам итте.

сығанаҡ:Башинформ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: