Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2023, 19:20

Башҡорт ҡыҙына етеүсе булманы!

Һай, шәп тә инде һылыуҙарыбыҙ! Самира Ишкинина 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогы этабында ваҡытынан алда еңеү яуланы... Ҡотлайбыҙ, Сабина! 

Башҡорт ҡыҙына етеүсе булманы!
Башҡорт ҡыҙына етеүсе булманы!

 

Салауат ҡалаһынан йәш шахматсы Самира Ишкинина 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогы этабында ваҡытынан алда еңеү яуланы. Ярыш 1-9 сентябрҙә Анапала уҙҙы.

Ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Самира Мәскәү, Краснодар крайы һәм Һарытау өлкәһе спортсылары менән көс һынашты. Беҙҙең йәш шахматсы бөтә партияларҙы ла уңышлы уйнап, этап тамамланырҙан бер тур алда еңеү яуланы, шул рәүешле ул декабрҙә Ярославлдә үтәсәк Рәсәй кубогы финалына ҙур аҙым яһаны.

Фото:Салауат ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

 

Автор:
Читайте нас: