Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Сентябрь 2023, 21:20

"Йәшел дерби"ның беренсе уйынында еңделәр

Икенсе осорҙоң 13-сө минутында Вячеслав Лещенко Александр Хмелевски һәм Динар Хафизуллиндың тапшырыуҙарынан дубль теркәне һәм иҫәпте  тигеҙләне.

"Йәшел дерби"ның беренсе уйынында  еңделәр
"Йәшел дерби"ның беренсе уйынында еңделәр

Өфө-Аренала  Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының-2023/2024 уйыны тамамланды. «Салауат Юлаев» командаһы «Аҡ Барыҫ»ты ҡабул итте.  Уйын 3:2 иҫәбенә хужаларҙың еңеүе менән тамамланды.

Беренсе осорҙоң дүртенсе минутында Дмитрий Кагарлицкий Вадим Шипачёвтың тапшырыуынан матчта иҫәпте асты. Өс минуттан  Станислав Галиев иҫәпте үҙ командаһы файҙаһына 2:0 итте. Осорҙың 11-се минутында юлаевсылар Вячеслав Лещенко Александр Хмелевскиҙың һәм Сергей Шмелёвтың тапшырыуҙарынан бер шайба индерҙе.

Икенсе осорҙоң 13-сө минутында Вячеслав Лещенко Александр Хмелевски һәм Динар Хафизуллиндың тапшырыуҙарынан дубль теркәне һәм иҫәпте  тигеҙләне.

Өсөнсө осорҙоң 15-се минутында Иван Дроздов Өфө клубына еңеү килтерҙе.

Афаринюлаевсылар!

Фото: https://vk.com/hcsalavat?w=wall-45995544_858126

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: