Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Сентябрь 2023, 22:28

Мәскәүҙәр – Мәскәүҙән еңеү менән!

Ауылда сәләмәт тормош рәүешенә, спортҡа ҙур иғтибар бирелә.

Мәскәүҙәр – Мәскәүҙән еңеү менән!
Мәскәүҙәр – Мәскәүҙән еңеү менән!

Дүртөйлө районы Мәскәү ауылы советы рәйесе Динар Хөснөтдинов социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә шатлыҡылы яңылыҡ менән бүлешкән:
"Илдең баш ҡалаһы Мәскәүҙә, “Лужники” спорт комплексы майҙанында 20 -24 сентябрҙә Рәсәй субъекттарының үҫмер ҡыҙҙарҙан төҙөлгән йыйылма командалары араһында футбол буйынса Бөтә Рәсәй ярышы уҙҙы.

Мәскәү ауылының Айрат Фазыләхмәтов етәкселегендәге йыйылма футбол командаһы Удмуртия, Татарстан, Һарытау, Санкт-Петербург, Мәскәү, Новосибирск, Кемерово ҡалаларынан килгән йәштәштәре менән көс һынашты һәм ил кимәлендә 7-се урын яуланы!
Бөтә футболсыларҙы һәм тренерҙарҙы шәп уйын һәм уңыш менән ҡотлайбыҙ!” – тип яҙа Динар Заһит улы.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм мәскәүҙәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Мәғлүм булыуынса, быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсының “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында Дүртөйлө районы Мәскәү ауылы I урын яуланы һәм алты миллион һумлыҡ призға лайыҡ булды. Ул ауылды төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.
Ғөмүмән, был төбәк халҡы маҡсатлы һәм ныҡышмал булыуы менән һоҡландыра. Улар ошо оло еңеүгә тиклем дә бер нисә тапҡыр “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашҡан һәм финалға тиклем барып еткән. Еңеүселәр рәтенә инә алмаһалар ҙа, күңелдәрен төшөрмәгәндәр, ең һыҙғанып киләһе йылдағы бәйгегә әҙерләнә башлағандар һәм быйылғы һөҙөмтә үҙе үк уларҙың әүҙемлеге һәм маҡсатлылығын иҫбатлап тора.
Ауылда сәләмәт тормош рәүешенә, спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Мәскәү ҡыҙҙарының баш ҡалалағы ҙур еңеүе – ошоға миҫал.

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас: