Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2023, 21:08

Урра!

"Аҡ барыҫ"тың кикреген шиңдерҙек.

Урра!
Урра!

Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының даими Фонбет чемпионатының сираттағы матчы тамамланды. "Йәшел дерби» ҙа «Салауат Юлаев» «Аҡ Барыҫ»ты ҡабул итте. Осрашыу беҙҙекеләрҙең 3:1 иҫәбе менән  тамамланды.

Икенсе осорҙоң 14-се минутында Иван Дроздов Николь Мелош тапшырыуынан иҫәпте аса.

Өсөнсө осорҙоң дүртенсе минутында Иван Дроздов Глеб Кузьмин һәм Николь Мелош тапшырыуҙарынан Өфө клубының өҫтөнлөгөн ике тапҡырға арттыра. 20 секундтан Михаил Науменков иҫәпте 3:0 итә. Уйын бөтөүгә һанаулы секундттар ҡалғас, Дмитрий Яшкин иҫәпте 3:1 итеп ҡуя.

Фото: https://vk.com/hcsalavat

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: